Выбрать главу

Изгелеккә,

Шунда тулыр.

Төшөм килеш

Төшөндөрә.

Килештәрҙең

Теүәллеген.

Кешеләрҙең

Бере ала,

Бере аллаһ

Түгеллеген.

31. 01.11., Сибай.

Һағыныу

Аштарым аш, йоҡом йоҡо түгел,

Үҙ- үҙемә урын тапмайым.

Дарыу эсәм. Ләкин файҙаһы юҡ -

Һау сағыма кире ҡайтмайым.

Баш ауырта. Күҙҙәр насар күрә.

Ҡолаҡтарым бер ни ишетмәй.

Сирҙәремде еңеп сығыр өсөн

Нимәләрҙер миңә етешмәй.

Етмәйһең һин. Һине Һағыныуҙан

Йөрәккәйем тора тулышып.

…Һин янымда юҡта мин йөрөйөм

Үҙем менән үҙем һуғышып.

13. 05. 2010 й., Сибай.

Төндә торһаң, күккә ҡара

Шиғырҙарым күңелемдә

Көндөҙөн яралалар.

Улар ятҡан ут-бөрөләр

Төндәрен ярылалар.

Күктең көмбәҙе асыла,

Бөрөләр ярылғанда.

Күк йөҙөнә йондоҙҙарҙан

Шиғырҙар яҙылалар.

Төндә торһаң, күккә ҡара.

Йондоҙҙар атылалар.

Минең һөйөүҙән тулышып,

Шиғырҙар ватылалар.

26. 08. 2010 й., Сибай.

Исемең

Йәшлегемдең хаталарын

Юйма-йылдар юйҙы, юйҙы.

Хәрефтәрҙе епкә теҙеп,

Исемеңде яҙып ҡуйҙым.

Исемеңде тиҫбе итеп,

Айға ҡарап доға ҡылам.

Һөйөүемдән алданһам да,

Мөхәббәткә тоғро ҡалам.

11. 09. 1990 й., Сибай.

Яҡтылыҡ

Тәҙрәләрең ҡап –ҡараңғы -

Өйөгөҙҙә ут һүнгән.

Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты

Һуғыша торғас, еңгән.

Ҡараңғыла ап-аҡ төҫ тә

Ҡара булып күренә.

Ҡара көстәр, рәхәтләнеп,

Бейеклеккә үрелә.

Ҡараңғының дошманы бар,

Ул да булһа - яҡтылыҡ.

Яҡты барҙа, юҡҡа сыға

Ҡара көстәр, ят ҡылыҡ.

Өйҙәрегеҙ яҡты булһын

Шәмдән түгел, һөйөүҙән.

Бер-береңә: «Һин - ҡояшым»,

«Ә һин - айым» тиеүҙән.

23. 08. 2010 й., Иҫке Сибай.

Дауыл

Һөйөү һине дауыл итеп

Йөрөй осороп.

Кисерәһең ғүмереңдең

Иң шәп осорон.

Емерәһең ни осрай -

Барын юлыңда.

Сәскәләр сүпкә әйләнгән,

Ана, болонда.

Бер ни күренмәй. Донъяны

Ҡаплаған туҙан.

Ер шары һинең һөйөүҙән

Эҫегән, ҡыҙған.

Йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр

Үлгән, ҡырылған.

Балыҡтарға ла көн бөткән –

Һыуҙар ҡороған.

Һин көслө, һин ҡурҡмайһың

Ауырлыҡтарҙан.

Көсөң етмәгән һөйөүҙе

Ауыҙлыҡларға.

Һөйөү дауылмы, йәшенме…

Ул кешенеке.

Һөйөүеңә хужа бул -

Һөйөү һинеке.

26. 03. 2010 й., Сибай.

Атайым, әсәйем, туғандарым

Етешмәй

Атайым да, әсәйем дә

Юҡ инде хәҙер.

Донъям тулы кеүек, әммә

Етешмәй ниҙер.

Етешмәй әcәм ҡулдары,

Һыйпамай баштан.

Уны һағыныу хисенән

Йөрәгем ташҡан.

Етешмәй атай һүҙҙәре

Күҙемде асҡан.

Өрлөктәге сыбыҡ та

Ҡайҙалыр ҡасҡан.

Үҙем атайҙың йәшенә

Киләмен етеп.

…Ата-әcәһеҙ ҡарттар ҙа

Булалар етем.

01. 03. 2007 й., Сибай.

Сәй

Өнөмдә түгел, төшөмдә

Рәхәтерәк йәшәйем.

Бөгөн төштә һөтләп миңә

Сәй яһаны әсәйем.

Ләззәтләнеп, тел сылатып,

Яйлап ҡына эсәмен.

…Төшөм бөттө. Ожмахына

Ҡайтып китте әсәйем.

Әсәйемдең һөйөүенә

Һыуһаһам, сәй эсәмен.

Сәй эскәндә, миңә ҡарап

Тора һымаҡ әсәйем.

16. 01. 2011 й., Сибай.

Һандар

Бер, ике, өс… Йөҙгә тиклем һанап,

Йөҙөп киттем йылға үренә.

Йылға - кинолента. Тулҡындарҙа

Атай йорто, ана, күренә.

Утынлыҡта, шыбыр тиргә батып,

Утын ярып йөрөй атайым.

Ә мин үҙем тулҡындарҙа түгел,

Сәңгелдәктә, гүйә, ятамын.

Шундай рәхәт, бала булыу рәхәт!

Йөрәгемдә атай йылыһын

Әле булһа тоям. Ә бит быйыл

Атайымдың бер йөҙ йыллығы.

Йөҙ һанына ҡарап уйға ҡалам.

Бере - аңлатасы барлыҡты.

Атайым бар. Нолдәр юҡ тиһә лә,

Еңә алмай улар алтмыш йәшлек

Бала уйындағы хаҡлыҡты.

13. 04. 2010 й., Сибай.

Атай йорто

Тауға менәм төшөр өсөн,

Төшөр өсөн елдереп.

Тау көслө. Туған йортома

Мине ҡуя килтереп.

Ғүмер буйы тауға менәм,

Тауҙан төшәм – саңғысы.

Атай йортона ҡайтамын,

Унда – бәхет асҡысы.

Унда тыныс, унда рәхәт,

Унда йылы күңелгә.

Атай-әсәйгә һөйөүем

Тауҙай булып өйөлгән.

07. 12. 2011 й., Сибай.

Аҡ менән ҡара

Аҡыллы алдамай ҙа, алданмай ҙа

Башҡорт халыҡ мәҡәле

Һинең менән бер ҡарында

Ятыуыма оялам.

Ҡара ҡоромға буялған

Һин - бысыраҡ быяла.

Тыш яғың аҡ, эсең ҡара,

Ике төҫтән тораһың.

Ҡара хисте аҡҡа урап

Ҡулыма тоттораһың.

Алданамын. Һин алдауҙың

Ҙур түрәһе – аллаһы.

Беҙ туғандар. Һуҡыр күҙҙең

Мин- ағы, һин - ҡараһы.

13. 10. 2010 й., Сибай.

Тыуған ерем,

йырым,

илем,

телем

Тауҙар

Болоттармы тиһәм, тауҙар икән,

Тауҙар икән, Бөрйән тауҙары.

Был яҡтарҙа көҙ ҙә, ҡыш та булмай -

Был яҡта гел яҙ, йәй айҙары.

Күккә ашҡан тауҙар яҡынайта

Кеше менән Ҡояш араһын.

Тауға баҫып, Илһам ғаләмендә

Йондоҙ булып йөҙөп барамын.

Күңелдәге ҡаты, һалҡын боҙҙар

«Һә» тигәнсе бында ирейҙәр.

Ритм, рифма, тауҙан тауға һикереп,

Хистән шиғыр һуҙып йөрөйҙәр.

Йәнһеҙҙән дә, йәмһеҙ, йүнһеҙҙән дә

Шағир яһай Бөрйән тауҙары.

…Был яҡтарҙа көҙ ҙә, ҡыш та булмай,

Был яҡта гел яҙ, йәй айҙары.

21. 04. 2009 й., Сибай - Өфө..

Йыр-моң

Кеше өйрәнгәнме турғайҙарҙан,

Әллә ул отҡанмы кешенән?

Турғай йырлай. Имән шартлап һына –

Тышта һыуыҡ, ә ул өшөмәй.

Йыр йылыта уны. Ер йылыһы,

Ҡояш нуры йырҙың эсендә.

Тирләп китәм. Эҫе. Әйтерһең дә,

Турғай йырлай минең исемдән.

Ҡушыламын йырға. Йәнлектәр ҙә

Өндәрендә йырлап яталар.

Ҡар бөртөгө булып баш осонда

Осоп йөрөй, ана, ноталар.

Йырлай баҫыу, поезд, пассажирҙар...

Йыр тарала бөтә Уралға.

Һыуыҡ елдәр, йылынырға теләп,

Көнө-төнө өрә ҡурайға.

Ҡурай моңон тыңлап ҡоштар оса

Сит ерҙәрҙән беҙҙең яҡтарға.

…Өшөгәндә яҙҙы - йылы наҙҙы

Күңелдәргә йыр, моң ҡайтара.

19. 12. 2010 й., Сибай.