Выбрать главу

Ҡайһы берәүҙәр: «Әле иртә бит әле, апрель айы ғына», - тиһәләр ҙә, уҡыусылар әҙерлекте һүндермәне. Аҙна һайын ойоштороу комитетының ултырыштары үтә торҙо. Әҙерлек мәсьәләләре синыф сәғәттәрендә лә, ата-әсә йыйылыштарында ла тикшерелде.

Башҡа синыф уҡыусылары етенселәргә көнләшеп ҡараны. Уларҙың да походҡа бараһылары килә ине. Ҡайһы берәүҙәре, етенселәрҙән күреп, походтарға әҙерләнергә тотондо. Мәктәптә «поход ауырыуы» башланды. Әммә был уҡыуға һис тә ҡамасауламаны. Киреһенсә, ярҙам итте. Бигерәк тә, биология, Башҡортостан тарихы, география, Башҡортостан экологияһы предметтарынан күрһәткестәр яҡшырҙы. Директор ҙа, уҡытыусылар ҙа Сәлих Уразбай улын маҡтаны.

- Йәш булһа ла ойоштора белә, - тинеләр.

- Синыфымды ышаныслы кешегә тапшырғанмын икән, - тип Мөхәррәм Аҙнай улы директорға ла әйтеп алды.

Походҡа әҙерлек менән уҡыу йылы һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Көндәр йылынып, һыу ҡайтҡас, юлға сығырбыҙ, тип каникулға таралыштылар. Таралыштылар тип, уҡыусылар аҙна һайын ойоштороу комитеты уҙғарған сараларҙа осрашып, кәңәшләшеп торҙолар инде. Сәлих Уразбай улы ғына «таралды». Ул күрше ауылда йәшәй. Отпускыға сыҡҡас, һыу йылынғас килергә вәғәҙә итеп, ҡайтып китте.

***

Етенселәр өсөн быйылғы йәйге каникул элеккеләренән айырылып торҙо. Бөтә йәй көтөү менән үтте. Походҡа сығып китеү көнөн көттөләр улар. Сәлих Уразбай улын көттөләр. Ә ул һыуға батҡан һымаҡ юҡ булды ла ҡуйҙы. Телефондан да шылтыратып ҡаранылар. «Не доступен» тигән яуаптан башҡа һүҙ ишетмәнеләр.

Бына йылы, эҫе июль айы ла башланды. Баязит синыфташтарын йыйып, тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп алырға булды. Иптәштәренең дәррәү килеп етеүҙәре һөйөндөрә уны. «Синыфыбыҙ татыу ҙа инде», - тип ҡыуана. Икенсе яҡтан, походҡа бара алмауҙары өсөн ояла. Үҙен ғәйепле һанай.

Ауыл ситенән шым ғына ағып ятҡан Алағуян йылғаһы буйына йыйылыштылар. Баязит үҙе шулай теләне. Походтың килеп сығырына ул ышанып етмәй. Ағиҙел хаҡында хыялланған синыфташтарының күңелен баҫыр өсөн йылға буйын һайланы ул.

- Был йылға Ағиҙелгә ҡоя, - тип башланы ул һүҙен. – Уға ҡарап үҙегеҙҙе Ағиҙелдә йөҙгән һымаҡ хис итеп, күңелегеҙҙе баҫып ултырығыҙ.

Әммә ул теләгәнсә килеп сыҡманы. Иптәштәре, киреһенсә, моңайып, күңелһеҙләнеп китте. Бер береһен бүлдерә-бүлдерә һорауҙар яуҙырҙылар.

- Нишләп улай килеп сыҡты әле?

- Ярты йыл әҙерләнеүебеҙ бушҡа булдымы?

Иң ауыр һорауҙы Мөнир бирҙе:

- Ә ҡайҙа юғалды һуң Сәлих Уразбай улы? Һөйләнде-һөйләнде лә бер нәмә лә эшләмәне.

- Вәғәҙәһен үтәмәне, - тип һүҙгә ҡушылды Дилә, үкенгән дә, үпкәләгән дә һымаҡ.

- Әйҙә үҙебеҙ генә барайыҡ та ҡуяйыҡ. Унһыҙ. Бөтә әйберҙәребеҙ әҙер ҙә баһа.

Был тәҡдимгә Баязит ҡаршы төштө:

- Юҡ, улай булмай. Өлкәндәрһеҙ походҡа барырға ярамай. Рөхсәт ителмәй.

- Бәлки, Сәлих Уразбай улы менән бер-бер хәл булғандыр. Ауырып киткәндер. Больницала яталыр, - тип һөйләнде Тәслимә.

Был һүҙҙәрҙән һуң барыһы ла тынып ҡалды. Һөйләшеүгә артыҡ ҡыҫылмай, ситтәрәк йылғаға төбәлеп ултырған Ғариф телгә килде.

- Әйҙәгеҙ ауылына барып киләйек. Ун биш саҡрым ара йыраҡ түгел дә. Матай менән ярты сәғәттә урап ҡайтып була.

Бөтәһе лә күләгәгә ҡуйылған скутерға ҡараны. Был йәнһеҙ предмет бөгөн уларға һуңғы өмөт булып күренде.

Мөнир менән Ғариф күрше ауылдан һөйөнөслө хәбәр алып ҡайтманылар.

- Уҡытыусыны осрата алманыҡ, - тине улар икеһе бер юлы. – Сәлих Уразбай улы Ҡара диңгеҙгә ял итергә киткән.

***

Ниһайәт, йәйге каникул да үтеп китте. Уҡыу йылы башланды. Һигеҙенсе синыфҡа балалар нисектер өлкәнәйеп, етдиләнеп килгән кеүектәр.

Бына ҡыңғырау яңғыраны. Яңы синыфта яңы уҡыу йылының тәүге дәресе башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәсимә Байбулат ҡыҙы күтәренке күңел менән килеп керҙе лә яңы уҡыу йылы менән ҡотлағандан һуң:

- Инша яҙабыҙ. Темаһы ауыр түгел. Бөтәгеҙгә лә таныш һәм яҡын. «Мин йәйге каникулды нисек үткәрҙем» тип атала, - тине.

Балалар бер береһенә ҡарашып алды. Ғариф, яурынын һелкетеп, аптырағанын белдерҙе. Баязит та юғалып ҡалғандай булды. Әммә үҙен тиҙ ҡулға алып, ҡағыҙ битенә записка яҙҙы ла иптәштәренә ебәрҙе. Унда «булмаған походты булды тип яҙайыҡ» тип яҙылғайны.

***

Уҡытыусылар бүлмәһендә иншаларҙы тикшереп ултырған еренән Нәсимә Байбулат ҡыҙы шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Оҙон тәнәфестә ял итеп ултырған уҡытыусылар уға аптырап ҡараны.

- Нимә шулай рәхәтләнеп көләһегеҙ, Нәсимә Байбулат ҡыҙы? – Сәлих Уразбай улы, урынынан тороп, уның янына килде.

- Бына иншалар көлдөрә бит.

- Ниндәй иншалар? Ҡайҙа уҡығыҙ әле, беҙ ҙә көләйек.

- Әйҙә һуң көләйек, - Нәфисә Байбулат ҡыҙы ҡысҡырып уҡый башланы.

- «Беҙ йәйге каникулды бик күңелле үткәрҙек, - тип башланғайны инша. – Ярты йыл буйы әҙерләндек тә Ағиҙелдә һал менән йөҙөп, Шүлгән мәмерйәһенә барҙыҡ. Унда усаҡ яғып, йырлап, уйнап өс көн ял иттек. Күп нәмә күрҙек. Ошондай файҙалы ялды ойошторғаны өсөн синыф етәксебеҙ Сәлих Уразбай улына ҙур рәхмәт».

Быларҙы ишеткәс, Сәлих Уразбай улының йөҙөнән йылмайыу ҡасты. Ул ҡып-ҡыҙыл булып урынына барып ултырҙы. Башҡа уҡытыусылар тыйыла алмай көлә башланы. Әлеге иншаны уҡып бөткәс, Нәфисә Байбулат ҡыҙы икенсе иншаға күсте. Унда ла Сәлих Уразбай улына рәхмәт әйтелгәйне.

***

Уҡыусылар булмаған поход тураһында Сәлих Уразбай улы барҙа бер ваҡытта ла һүҙ ҡуҙғатманылар. Тәүҙә уҡытыусы үҙе һүҙ башлар тип көттөләр. Аҙаҡ оноттолар. Хәҙер икенсе йәйге каникул да етеп килә инде. Күмәкләп ял итеү, походҡа барыу тураһында берәү ҙә һөйләмәй.

Июнь аҙаҡтарында каникулда йөрөгөн балаларҙы Сәлих Уразбай улы йыйып һөйләшергә булды. Староста Баязит синыфташтарын Алағуян йылғаһы буйына былтырғы урынға саҡырҙы. Сәлих Уразбай улы тартыныбыраҡ һүҙ башланы:

- Шүлгәнгә походҡа барабыҙ. Ағиҙел буйлап һалда.

Был хәбәрҙе уҡыусылар «Ура!» ҡысҡырып ҡаршы алды. Уҡытыусы ҡыуанды. Ул: «Былтырғы өсөн үсегеп, риза булмаҫтар», - тип уйлағайны.

- Их, юҡҡа былтырғы һалдарҙы туҙҙырып ташлағанбыҙ, - тине кемдер көрһөнөп.

- Ҡайғырмағыҙ, - уҡытыусы ҡыйыуланып киткәндәй булды. – Мин һалдарҙы эшләп, Ағиҙел буйына алып барып ҡуйҙым инде. Улар беҙҙе көтөп ята.

***

Баязиттың кәмәлә лә, теплоходта ла йөрөгәне бар. Әммә Ағиҙел буйлап һалда йөҙгәндә тыуған тойғоларҙы бер ҡасан да кисергәне булманы. Ул һыуға текләгән дә үткән йыл походҡа әҙерләнеп йөрөгән мәлдәрен хәтерләп бара. Йыл буйы иптәштәренән уңайһыҙланып йөрөгәйне ул. «Ойоштороу комитеты рәйесе булып, походҡа алып бара алманың» тип әйтер һымаҡ ине иптәштәре. Бына хәҙер ул ауыр көндәр артта ҡалды. Хыялдарын тормошҡа ашырып киләләр. Шуға бөгөн ул үҙен бәхетле кеше итеп тоя. Тәбиғәт тә, тормош та матур булып күренә уға. Иптәштәренә ҡарап ҡыуана.

Шүлгәнгә барып еткәс, ул тағы ла хисләнеп китте. «Мәңгелектең башланған ере ошо инде», - тип уйланы ул. Төнгө усаҡтар, шаярыуҙар, уйындар, Ағиҙелдә баҡа шикелле шау-гөр килеп һыу инеүҙәр Баязиттың күңеленә һут булып һеңә барҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ тойолдо уға: бөтәһе лә уның иншаһында яҙылғанса килеп сыҡты. Бер хәлде генә иҫәпкә алмағанда.

Төшкө тамаҡты ашап, ял иткәндә, Сәлих Уразбай улы, бында бәйләнеш юҡ, миңә ауылға шылтыратырға кәрәк тип, тау башына менеп киткәйне. Юҡ булды ла ҡуйҙы. Уның юҡлығын иң тәүҙә Баязит шәйләп алды.

- Иптәштәр, - тине ул, тыныс булырға тырышып,- Сәлих Уразбай улы нишләптер оҙаҡлай.

- Әллә теге ваҡыттағы кеүек тағы юғалдымы? – тип шаярырға тырышты кемдер.

- Ҡуйығыҙ әле, - тип туҡтатты уны Баязит. - Аҙашырға, йә берәй бәләгә юлығырға мөмкин бит ул. Бында урман ҡалын. Ағастар араһынан тирә-яҡ күренмәй.

Быларҙы ишеткәс, балалар шомланып бер береһенә ҡарашып алды.