Выбрать главу

– Һыуҙар кисеп, тау ашып,

Күп йыл буйы килгәнмен, Күп юлдарҙы уҙғанмын; Күҙ йәшергән Үлемде Эҙләп бында, тапмаһам, Башын сабып өзмәһәм, Әйткәнемә етмәһәм, Уны ерҙән йыймаһам, Урал булып йөрөмәмен! – Тигән һүҙен әйткән дә,

– Һау булығыҙ, – тигән дә,

Арыҫланына менгән дә Ҡатил батша йортона Урал ҡарап киткән, ти; Бер нисә көн үткән ти, Шундай ергә еткән ти: Бер әсәнән тыуғандай, Бер төҫ кейем кейгәндәй, Барыһы ла шәп-шәрә Төркөм халыҡ йыйылған, Аллы-артлы теҙелгән, Ирҙәр, ҡыҙҙар айырылып, Урам-урам ҡуйылған. Ярандары төрткөләп, Тигеҙһеҙен тигеҙләп, Ҡамсылап та һуҡҡылап Йөрөһә лә, һүҙ әйтмәй, Тел дә ҡыбырҙата алмай Торған халыҡҡа барған, Майҙанға был күҙ һалған. Был төркөмдән ситтәрәк, Ун биш аҙым ҡырҙараҡ, Күҙен-башын шәмәртеп, Йөрәктәрен һыҡтатып; Балалары ҡурҡышып, Ымлап ҡына һөйләшеп, Ҡайғырышып, илашып Торған ата-әсәләр Янына барып туҡтаған, Хәл-әхүәлен һораған, Үҙ теләген һөйләгән. Урал һүҙен барыһы Йотоношоп тыңлаған, Араһынан бер ҡарты Ошолай тип һөйләгән:

– Егет, һинең төҫ-башың,

Аптырашлы ҡарашын, Арыҫлан менеп килешең Сит булырҙай күренә. Беҙҙең илдә батша бар, Яранынан түрә бар; Бына был халыҡ эсендә Төрлө ырыуҙан кеше бар. Һәр йыл батша тыуған көн Ата-әсәһе хаҡы өсөн Батша тыуғас, һыу алып, Йыуған ҡойоһо өсөн Ҡорбан бирер йола бар. Батшаның тыу биҙәге – Ҡара ҡоҙғон ҡошо бар, Шул ҡоштарҙы йыл һайын Һыйлай торған көнө бар. Ана, егет, күрәмһең, Ул ҡоштарҙы беләмһең, Килеп тауға ҡунғандар, Ем булырын белгәндәр. Ҡойоға ҡыҙҙар һалған һуң, Ҡыҙҙар шунда үлгән һуң, Барыһын алып ҡойонан Ҡоҙғондарға ташлайҙар, Улар шунда ашайҙар. Бынау бәйле егеттәр Һәр ырыуҙан килгәндер. Батша ҡыҙы йыл һайын Тәүҙә һайлай берәүһен; Унан ҡала батша үҙе Ҡолдар һайлай һарайға; Унан тороп ҡалғаны – Тәңре өсөн ҡорбанға, – Тип һөйләп тә бөтмәгән, Зарын әйтеп етмәгән – Алтын тәхет өҫтөндә Батша ҡыҙы ултырған, Дүрт яғынан дүрт ҡоло Тәхетене күтәргән, Баҫмалатып артынан, Бер яраны эйәргән, Быныһы үҙе артынан Ҡалғандарын эйәрткән. Килеп еткәс, ти, былар: