Выбрать главу

– Тигеҙ, яҡшы тороғоҙ,

Батша ҡыҙы килә бит, Яҡты йөҙлө булығыҙ! – Тип берәүһе әйткән, ти. Сафты боҙоп торғанды Ҡамсы менән һуҡҡан, ти. Батша ҡыҙы шул саҡта Килеп еткән майҙанға; Урал да рәт боҙмаған, Баҫып торған ыңғайға; Батша ҡыҙы, аралап, Бер егетте һайлаған, Араһынан оҡшарҙай Бер егет тә тапмаған. Аҙаҡ сиктә, яҡынлап, Уралға килеп еткән, ти, Туҡтап тороп шул ерҙә Уралға күҙ теккән, ти; Ҡулына алып бер алма Уға бүләк иткән, ти. Батша ҡыҙы майҙанда Башҡа һайлап тормаған, Уралды алып барырға Бер яранға ымлаған. Ҡыҙ тәхеткә ултырған, Тағы ҡолдан күтәртеп, Һарайына юлланған.

– Батша ҡыҙы һөйҙө бит,

Батша кейәүе булды бит! – Тип, барыһы шау килеп, Ярандары зыу килеп, Халыҡты ситкә тарҡатып:

– Әйҙә һарайға, егет,

Батша ҡыҙы көтә, – тип, Уралға йола аңлатып, Бер яраны шул саҡта Юл башларға булған, ти,

– Кейәү булдың беҙгә, – тип,

Арҡаһынан һөйгән, ти. Урал быға күнмәгән, Һарайға ул китмәгән.

– Мин йоланы белмәйем,

Эш аҙағын күрәйем, Аҙаҡ барһам, барырмын, Ҡыҙҙы эҙләп табырмын, – Тиеп Урал әйткән, ти, Ярандарҙың һүҙҙәрен Шулай кире ҡаҡҡан, ти; Ә тегеләр ҡорсайып, Ҡыҙға әйтә киткән, ти. Күп тә ваҡыт үтмәгән, Майҙанда шау-шыу бөтмәгән, Алғасҡылар юл башлап, Дүрт батырын эйәртеп, Ҡолдан тәхет күтәртеп; Бураланған дөйәләй, Ҡанһыраған айыуҙай Күҙенә ҡан һауҙырып, Күҙ ҡабағын тойзороп, Ужар сәсеп, мат ҡурып, Ҡабан сусҡа елкәле, Филдәй йыуан балтырлы, Ҡымыҙ тулған һабалай, Имәнес йыуан ҡорһаҡлы, Ужарынан халыҡтың Башын ергә эйҙереп, Ҡатил батша килгән, ти, Барыһын да аралап, Ир-ҡол һайлап үткән, ти.

– Быныһы һарайға барыр, тип, –

Быныһы ҡорбанға булыр, тип, Ҡол һайлауын бөткән, ти. Ҡыҙ һайлауға күскән, ти. Ҡыҙҙар һайлап йөрөгәндә, Бер һылыуға еткәндә, Бер яранын саҡыртып:

– Тешен ҡара, – тигән, ти.

Алһыу йөҙөн ҡаплаған Ҡулын ҡыҙҙың алған, ти; Күкрәктәрен ҡапшаған, Билен тотоп ҡараған, –

– Һарайға был ярар, тип,

Бүтәнен үҙегеҙ ҡараң, тип, Арыуҙарын һайлағыҙ, Кәрәгенсә алығыҙ, – Тиеп батша әйткән, ти, Ярандарға ҡушҡан, ти.

– Ҡалғандары әсәмдең,

Мине йыуған ҡойомдоң Ҡорбанына ҡалыр, – тип, Аҙаҡ һүҙен әйткән, ти. Асыуланып, шул саҡта Ҡыҙы килеп еткән, ти, Урал янына үткән, ти, Үпкә һүҙен әйткән, ти:

– Егет, һине һайланым,

Һарайыма барманың, Алма биреп ымланым, Мине тиңгә алманың, Кире ҡаҡтың һүҙемде, Бөтә ҡолдар алдында Ҡара иттең йөҙөмдө, – Тигән һүҙҙе ишеткәс, Батша төшкән тәхеттән:

– Ҡайһы ырыу егеттән

Минең ҡыҙым хурланған? – Тип Уралға килгән, ти, Төкөрөк сәсеп ауыҙҙан Һүҙен һөйләп киткән, ти:

– Әй, егет, һин затымды,

Ҡатил батша атымды, Кеше түгел, был илдә – Мин биләгән һәр ерҙә – Ҡошо-ҡорто, йәнлеге Ишетеп тә, күреп тә, Гүрендәге үлек тә, Аңлағанын беләһең! Ҡыҙым әйткәс бармайса, Нимә уйлап тораһың? Ниңә йолам боҙаһың, Бармай ваҡыт һуҙаһың?

– Батша тигән нәмәне,

Кеше һуйыр йоланы Ишетеп тә, күреп тә, Нисә йылдар йөрөп тә, Һис бер ерҙә күрмәнем, Барлығын да белмәнем. Мин ят йола белмәйем, Үлем тигән яуызды Үлтерергә эҙләйем. Йоланан да ҡурҡмайым, Үлемдән дә өркмәйем, Кеше түгел, ҡошто ла, Үлем килә ҡалдыниһә, Килеп ҡулын һалдыниһә, Уны биреп Үлемгә Ҡул ҡаушырып тормамын! Бына, ҡарап торайым, Бар йолаңды күрәйем, Аҙаҡ сиктә үҙ уйым Һиңә әйтеп бирәйем, – Тигән һүҙен ишеткәс, Уралдың төптө сит кеше Икәнлегене белгәс, Ярандар ҙа, батырҙар, Батша яҡлы ҡарт-ҡоролар, Батша ҡыҙын Уралдан Уға ҡыҙҙы биреүҙән, Уны кейәү ҡылыуҙан Барыһы ла көнләшкән; Үлем көткән бары халыҡ Мыны ишетеп ҡыуанып, Үҙ араһы һөйләшкән. Батша быға шашҡан, ти: