Выбрать главу

Ҡарҙар

Ҡарҙар иремәйҙәр. Улар илай.

Күҙ йәштәре аға, һыу түгел.

Ғәзиз ғүмер менән хушлашыуы

Әйтегеҙсе, кемгә һуң еңел?!

Урал батыр кеүек үлә ҡарҙар:

Әйләнәләр улар йылғаға.

Ер терелә, бөрөләнә хатта

Ергә ҡаҙап ҡуйған ҡолғалар.

Урал батыр өйрәнгәнме ҡарҙан,

Ҡарҙар өйрәнгәнме Уралдан

Үлеп терелергә? Яуап эҙләп

Китеп барам әле урамдан.

Бер аяғым баҫа еүеш ҡарға,

Икенсеһе – йәшел үләнгә.

Ышанмайым, «егет кеше яуҙа

Батырҙарса үлгән»тигәнгә.

Батыр үлмәй.

3. 04. 2010 й., Сибай.

Баҡса

Күңелемдә байлыҡ, муллыҡ…

Күңелем – көҙгө баҡса.

Ул баҡсала үҫемлектәр,

Емештәр ҙә башҡаса.

Изгелек, ғәҙеллек үҫә,

Тамыр йәйә ғорурлыҡ.

Яуызлыҡҡа, меҫкенлеккә

Был баҡсала урын юҡ.

Әҙәплелек, баҫалҡылыҡ

Бирәләр емештәрен:

Кәйефтәремде күтәрә

Һөйөүе кешеләрҙең.

Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ

Көндә килтерә еңеү.

Бурҙарға, алдаҡсыларға

Баҡсама ҡыйын инеү.

Алсаҡлыҡ, ихласлыҡ, ана,

Үрмәле гөл шикелле,

Икәүләшеп, етәкләшеп,

Эҙләп йөрөй бейеклек.

Күңелемдең түбәһе юҡ,

Сиге лә юҡ дүрт яҡтан.

Баҡсамда сафлыҡ үҫтереп,

Шатлыҡ өләшәп ятам.

30. 07. 2011 й., Сибай.

Теләк

Йөҙә торғас, тамам арығанмын,

Аяҡ-ҡулым саҡ-саҡ ҡуҙғала.

Алға барам тиһәм, артҡа сигәм,

Әйтерһең дә, һыуҙа кеше түгел,

Йөҙөп йөрөй ҙур бер ҡыҫала.

Һауа етмәй. Әллә көсһөҙлөктән,

Хислелектән тыным ҡыҫыла.

Артҡа шыуған кеше булғанымса,

Булһам икән, тием, ҡыҫала.

25. 09. 2011 й., Сибай.

Яҙ

Һыуҙар, Һыуҙар. Тирә-яғым бөгөн

Әүерелгән оло ҡойоға.

Тыуған ерем, аҡ күлдәген сисеп,

Рәхәтләнеп ғөсөл ҡойона.

Аҡ ҡайындар, ана, сәсен йыуа,

Һылыу ҡыҙҙар, тиеп торорһоң.

Доға уҡып, ҡармағымды һалам,

Алтын балыҡ, бәлки, тотормон.

Балыҡтарҙың миндә ҡайғыһы юҡ.

Балыҡтар туҡ бөгөн бәхеттән.

Алданмайҙар хистәренә сумып,

Иҫәңгерәп торған егеттән.

Һыу өҫтөнә бер ҡош килеп төштө

Әллә аҡҡош, өйрәк, әллә ҡаҙ?

Бик теләгең булһа, аҡылдан яҙ,

Телең булһа, тот та шиғыр яҙ –

Тышта яҙ.

27. 03. 2010 й., Сибай.

Һуҡмаҡ

Юлдан яҙҙым. Юлһыҙ атлап барам.

Таш, соҡорға аяҡ эләгә.

Ҡояш артта ҡалды. Көнбайышҡа

Алып китеп бара күләгәм.

Юл аҙабы – гүр ғазабы тиҙәр,

Юлһыҙ йөрөү тиң мең ғазапҡа.

Аяҡтарым ҡорор, ғазаптарым

Һуҙылһалар әгәр оҙаҡҡа.

Маңлайыма әллә яҙылғанмы

Һинең янға кире ҡайтмаҫҡа?

…Күҙҙәремдән йәштәр, ә үҙем

Килеп сығам кескәй һуҡмаҡҡа.

Һуҡмаҡ, һуҡмаҡ! Һине бер ҡасан да

Алмаштырмайым мин алтынға.

Шатлыҡтарым эстәремә һыймай,

Шатлыҡтарым ала алҡымдан…

Ҡояш килеп баҫа алға – юлға,

Артта тороп ҡала күләгәм.

Һуҡмаҡ буйлап ут-тамуҡтан сығып,

Мин ожмахҡа килеп эләгәм.

18. 08. 2010 й., Иҫке Сибай.

Төнгө һүрәт

Ауыл йоҡлай. Һирәк-һаяҡ

Эт кенә өрөп ҡуя.

Ай – рәссам, төнгө һүрәттең

Ҡара таптарын юя.

Ә йондоҙҙар - һылыу ҡыҙҙар,

Тейәлгән дә болотҡа.

Ҡыуанышып китеп бара

Бейергә тип клубҡа.

Түңәрәк күл күсәрендә

Әйләнеп йөрөй, ана.

Һыу аҫты батшалығында

Мең төрлө уттар яна.

Етегән думбыраһында

Йондоҙҙарҙы бейетә.

Йомшаҡ елдәр ауылымды

Сәңгелдәктә бәүетә.

Ауыл йоҡлай. Һирәк-һаяҡ

Эт кенә ҡуя өрөп.

Хайран ҡалып баҫып торам

Төн матурлығын күреп.

08. 03. 2012 й., Сибай.

Дәрес

Ҡуяндар һоро күлдәген

Аҡ тунға алмаштыра.

Яланғас ҡалған ҡайындар

Оялып ҡына тора.

Бәләкәй генә турғайҙар

Бер минут буш тормайҙар.

Тыуған ерен ташлап китеп,

Ситтә оя ҡормайҙар.

Ат та ауырлыҡ төшөрмәй

Хужаһының иңенә.

Үҙе тамағын туйҙырып

Йөрөй, ана, тибендә.

Ә елдәр ерҙең өҫтөнә

Түшәп йөрөй аҡ ҡағыҙ.

Тәбиғәттә дәрес бара.

Тауышланмағыҙ.

30. 08. 2011 й., Сибай.

Осоу

Юҡ-бар шиғыр яҙып шағирмын тип

Йөрөүселәр бар шул арала.

Яҡшы шиғыр йөрәк эсендәге

Оҫтаханаларҙа ярала.

Насар шиғыр тел осонда тыуа,

Ҡәләм осо яҙа ҡағыҙға.

Хәтерҙән тиҙ осоп сығып китә,

Йөҙ, мең ҡабат уҡыһағыҙ ҙа.

Бал ҡорттары, сәскә балы тейәп,

Ҡайтып кергән кеүек ояға,

Яҡшы шиғыр осоп килеп керә

Күңелдәге рухи донъяға.

17. 09. 2011 й., Иҫке Сибай.

Орлоҡ

Йылы, яҡты йәй көндәре

Үтеп китә шулай тиҙ.

Көнө буйы бер туҡтауһыҙ

Ямғыр яуа - тышта көҙ.

Тәбиғәт ҡоро үләнде

Ебетеп баҫа кейеҙ.

Орлоҡтар, быйыл да һеҙҙең

Йылы булыр өйөгөҙ.

Кейеҙ өҫтөнә аҡ юрған

Килеп ятыр бер аҙҙан.

Орлоҡтар тәмле йоҡонан

Уянырҙар тик яҙҙа.

Йәйен тағы ла йәйелеп,

Үҫеп китер үләндәр.

Йәшел келәмдә өйрөлөп

Бейер бейей белгәндәр.

Кескәй орлоҡ йөрәгендә

Илаһи көс йөрөтә.

Көҙөн үлгән үлгәндәрҙе

Яҙын ҡабат терелтә,

Мәңгелектең тәгәрмәсен

Өйрөлтә лә өйрөлтә.

15. 10. 2011 й., Сибай.

Йәшереү

Күк-әсә Ерҙе – балаһын

Күкрәгенә күтәргән.

Әллә ире туҡмағанмы?

Күктең йөҙө күгәргән.

Ҡапыл томан, аҡ болоттар

Килеп сыға ла Ерҙән,

Күк-әсәне, Ер-баланы

Йәшерә яуыз ирҙән.

01.12. 2011 й., Сибай.

Иҫкәртеү

Быйыл йәй эҫе булды,

Ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырҙы.

Хоҙай ҡамсы – нур менән

Тәнебеҙҙе һыҙҙырҙы.

Гонаһтар бит күбәйгән…

Алдайбыҙ, урлашабыҙ.

Яҙыҡ-боҙоҡ уй менән

Тултырылған башыбыҙ.

Хоҙай ҡулында эҫе –

Көслө яза ҡоралы.

Эҫе һыу, эҫе утта

Тороп һин ҡара әле!

Хоҙай иҫкәртә бөгөн:

Яуызлыҡ ҡылһаң, кеше,

Һине тамуҡта көтә

Мең градуслыҡ эҫе.

10. 10. 2010 й., Сибай.

Доға

Ҡарт мулла – хоҙай илсеһе

Уҡый ҙа уҡый доға.

Ваҡыт туҡтаған. Бар донъя

Тынып ҡалған, йоҡлаған.

Ғәләмде бишеккә һалып

Бәүетә генә мулла.

Доға тыңлаһам, яңынан

Мин тыуған кеүек булам.

Гонаһтарым, хаталарым

Юҡ була шул минутта.

…Мин бишектә йоҡлап ятам,

Кемдер ята тамуҡта.

06. 03. 2012 й., Сибай.

Аҡыллы ҡайындар

Ҡайындарҙы һағыш баҫҡан:

Һарғайған япраҡтары.

Артта ҡалған йәшеллеккә

Сорналған йәш саҡтары.

Ҡыштың килеүен ҡайындар

Бигерәк иртә тоя.

Көҙ буйына берәм-берәм