Выбрать главу

– Ебәр һин боланды! – тип,

Йыланға Урал әйткән, ти. Йылан бер һүҙ әйтмәгән, Боландың ул арт һанын Сәйнәгән дә сәйнәгән. Тырышҡан, ти, был йылан Үҙ теләген итергә, Боланды йотоп бөтөргә Тырышһа ла, булмаған: Ҙур мөгөҙҙә туҡтаған; Ҡойроғо менән шаҡарған, Унда ла мөгөҙ һынмаған; Ергә һуҡҡан боланды – Мөгөҙгә бер ни булмаған. Бара-тора йыландың Һис тәҡәте ҡалмаған; Йотһа, мөгөҙ ебәрмәй, Ҡоҫһа, кире тибәлмәй; Аптыраған, алйыған, Һис тә эше сыҡмағас, Башҡа сара ҡалмағас, Йылан, башын сәкәйтеп, Уралға ҡарап ялбарған:

– Ай, егетем, ярҙам ит,

Шул булмаһын үлемем, Ҡәһҡәһәнең улымын, Зәрҡум тигән егетмен, Ярҙамына ҡарыуға Мин дә ярҙам итермен. Юлымда юлдаш бул, тиһәң, Юлыңа бергә китермен; Ынйы-мәрйен һораһаң, Һарайыма барырһың, Теләгәнсә алырһың, Ҡунаҡ булып ҡалырһың, – Тигән һүҙҙе ишеткәс, Урал былай тигән, ти:

– Һис тә ҡарыу ҡылмаған,

Бер йәнгә лә теймәгән, Ҡан эсмәҫтәй боланды Минең дошман Үлемгә Асмарланың бахырҙы, Миңә һөйлә серене, Миңә әйт һин барыны, Миңә бүләк кәрәкмәй, Миңә һарай кәрәкмәй, Мин сыҡҡанмын илемдән Ҡотҡарырға кешене, Ғәйепһеҙ болан ишене Яуыз дошман Үлемдән. Зәрҡум:

– Ай, егетем, әйтәйем,

Бар серемде һөйләйем: Беҙгә яҡын бер ерҙә, Ҡоштар торған ҙур илдә, Самрау тигән батша бар. Шул батшаның Ҡояштан Тыуып төшкән ҡыҙы бар. Мин һораным – бирмәне,

– Һин йылан, – тип, ҡыҙы ла

Мине тартып килмәне. Мин атама ялындым, Көнөн-кисен ялбарҙым,

– Атай, шуны ал, – тинем,

Һис булмаһа иленә Утлы яуың ас, – тинем.

– Бөгөн ауға сыҡ, тине,

Йылан туның кей, тине; Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө Болан табып ей, тине – Шуны йотһаң, донъяла Төрлө төҫкә керерһең, Хәүеф белмәй йөрөрһөң; Кешеләрҙең һылыуы, Бер ир-егет булырһың; Ҡош иленә барырһың, Самрауҙың бер ҡыҙын Үҙең һайлап алырһың, – Тигәс, ауға сыҡҡайным, Боланды ла йотҡайным; Инде хәлем ҡалманы: Ауыҙыма кипләнгән Мөгөҙө һис һынманы, Теләгәнем булманы. Егет, мине хур итмә, Бер изгелек ит, егет, Миңә ярҙам ит, егет! Атама бергә барайыҡ, Ни теләһәң – алайыҡ. Атамдан байлыҡ һорама: Донъяла һылыу ҡыҙ бирер, Анһына ла алданма! Һарай тулы мал бирер, Анһына ла алданма, Ынйы-мәрйен – барыһын Атам түгер алдыңа, – Анһына ла алданма! Аҙаҡ сиктә атайым:

– Ынйы-мәрйен һөймәгән,

Байлыҡҡа баш эймәгән, Ай, һылыу ҡыҙ, тимәгән, Был донъяла йөрөп тә, Ишетеп тә, күреп тә Һис берәүҙе тапманым, Бирер нәмәм ҡалманы, Инде үҙеңә туҡтаным, Егет, әйтсе теләген, Ҙур эшеңә бүләгем, – Тиер һиңә атайым. Алдан әйтеп ҡуяйым: Аждаһа туның һал, – тирһең, Ҡош туныңды кей, – тирһең, Ҡош телеңде сығарып, Ауыҙыма бир, – тирһең. Атам һине ҡурҡытыр, Ташҡа төкөрөп күрһәтер, Ташты һыуҙай ҡайнатыр. Әгәр тауға төкөрһә, Тауы иреп, һыу булыр, Ағып бары шул саҡта, Бер үҙәнгә йыйылыр, Осо-сиге күренмәҫ Ялтыраған күл булыр. Анһынан да ҡурҡма һин, Һаман телен һора һин. Атам телен үпкән һуң, – Күңеле йомшап киткән һуң, Ни һорайһың бүләккә? – тип, Һиңә ҡарап әйткән һуң: