Выбрать главу

– Бер ҙур илдә батшаның

Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡылыр эшен беләһен, Үҙ һөйгәнең ни булһа, Шуны миңә бирәһең, – Тигәс, ынйы башлы таяғын Бирһә, уны алырһың. Ул таяҡтың даны шул: Һыуға төшһәң, батмаҫһың, Утҡа инһәң, янмаҫһың, Күренмәҫкә теләһәң, Һис бер йән дә күрәлмәҫ, Дошман һине эҙләһә, Бер ҡасан да табалмаҫ, – Тиеп Зәрҡум ялбарғас, Урал мөгөҙҙө һындырған, Йылан, боланды йотҡас, Шундуҡ бер егет булған. Уйламаҫтан-нитмәҫтән, Һүҙҙәре лә бөтмәҫтән, Бер һыҙғырыу ишеткән, Зәрҡумдың йөҙө шул саҡ Ағарынып, буҙ булған. Урал: – Ни? – тип һораған, Зәрҡум бер ни әйтмәгән, Унан серен йәшергән.

– Атам белде серемде,

Мин һөйләгән уйымды; Был егеттән яҙлыҡһам, Быны йотмай ебәрһәм, Атам йөрәге ташыр, Асыуынан мине аҫыр. Йоторға көс алалмам, Ҡойроғомдо боғалаҡ Тағы да мин ҡылалмам. Атама илтеп тапшырһам, Аяғына баш орһам, Аҙ-маҙ яза алырмын, Үҙем иҫән ҡалырмын, – Тигән уйҙы уйлаған, Тик Уралға әйтмәгән,

– Атам эҙләтә икән, – тип,

Ул Уралды алдаған.

– Әйҙә, егет, барайыҡ,

Беҙҙә ҡунаҡ булайыҡ, Атайымдан бүләккә Мин әйткәнде һорайыҡ, – Тип Уралды өндәгән, Һарайына димләгән.

– Йылан илене күрәйем,

Бар серене беләйем, Якшылыҡҡа яманлыҡ Була икән донъяла, Бергә барып күрәйем. Егет һүҙе бер булыр, Алға алған уй булыр, Тартынмайса барайым. Үлем еңер йөрәктең, Уны йығыр беләктең Батырлығын һынайым, – Тиеп Урал уйлаған, Барыу юлын һайлаған,

– Һау булһам, кире килермен,

Һинең менән булырмын.

Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,

Ситтә ғүмер итмәҫһең, Төҫәүелләп юлыңдан, Илгә ҡайтып китерһең, Минән сәләм әйтерһең, – тип, Арыҫланына әйткән, ти, Маңлайынан үпкән, ти, Шунда ҡуйып киткән, ти. Бергә киткән, ти, былар, Күп ер үткән, ти, былар. Күккә олғашҡан ҙур тауҙай Ҡара күргән алдында, Нәж(ә)ғәйҙәй ялтыраған Ут уйнай, ти, янында. Күк томандар ҡаплаған, Ут һөрөмө бөркөлгән Нәмә күргәс юлында, Урал: – Ни? – тип һораған,

– Һарайҙарҙы һаҡлаған

Тау түгел ул, йылан, – тип, Зәрҡум уға аңлатҡан. Барып еткән, ти, былар, Шунда күргән, ти, Урал: Тимер ҡойма янында Уралып үҙ яйына Туғыҙ башлы бер йылан – Һаҡсы икәнен белгән. Зәрҡум башлап барған, ти, Туғыҙ башлы йыланға:

– Асҡыс килтер! – тигән, ти.

Йылан шыжлап һыҙғырған, Тау-таш ауғандай булған, Бер саҡ тауыш ҡуҙғалған: Алтышар башлы дүрт йылан Асҡыс һөйрәй икән, ти, Шул асҡыстың тауышы Шундай шаулай икән, ти. Шул ҙур асҡысты алып, Һарайҙы асҡан, ти, барып.

– Әйҙә, егет, инә тор,

Мин атама барайым, Бында алып киләйем, – Тиеп Зәрҡум киткән, ти, Уралды шунда япҡан, ти. Бер саҡ һарай тирәһе: Эреһе-вағы, төрлөһө – Йылан килеп тулған, ти; Төрлө һүҙҙәр булған, ти, Урал тыңлап торған, ти. Ун бер башлы бер йылан:

– Сират миңә ашарға –

Ун икенсе баш яһарға, Батшаға иң яҡын бер Вәзиренән булырға. Туғыҙ башлы бер йылан:

– Юҡ, был кеше батшаның

Серен алды улынан, Вәғәҙә алды ҡулынан; Быны батша йә үҙе, Йә булмаһа мин йотам: Батшабыҙҙың бар серен Үҙ башымда мин тотам. Батша уны ашамаҫ, Улын яҡлап ҡотҡарғас, Ашаһа ла, баш үҫмәҫ. Юҡҡа йыйылып тормағыҙ, Ымһынышып йөрөмәгеҙ, Һеҙгә теймәҫ – көтмәгеҙ, – Тигәс, барыһы таралған. Туғыҙ башлы ҙур йылан Шул тирәлә уралған. Ҡапҡаға яҡын килгән, ти, Бер ҡыҙ төҫлө булған, ти, Урал янына инеп, Арбамаҡсы булған, ти, Уралға ҡул һуҙған, ти. Урал ҡулын ҡыҫҡан, ти, – Бармаҡтары осонан Ҡаны бәреп сыҡҡан, ти; Йылан түҙмәй ҡыҫыуҙан Ут бөркмәк булған, ти; Урал сәсеп ғәйрәтен, Боғаҙынан алған, ти.