Выбрать главу

– Һин бит серҙе белеүсе,

Кеше ашап ятыусы, Баш үҫтереп йөрөүсе, Ҡәһҡәһәнең бар серен, Башын һаҡлап тороусы,– Тигән һүҙҙе ишеткәс, Аптырауға ҡалған, ти:

– Ай, тәңрем икәнһең,

Мин быны һис белмәнем, Кешеһең, тип уйланым. Шуға бая батшама:

– Улың серҙе кешегә,

Беҙгә дошман ишегә Һөйләгән бит, – тигәйнем,– Тиеп, йылан Уралдың Аяғына йығылған, Бил урталай һығылған. Еҫкәнепме, һиҙепме, Күп тә үтмәй был йылан:

– Юҡ, юҡ, тәңрем түгел һин –

Кеше еҫе аңҡыны – Ысын кеше икәнһең! Батша улын һөйләтеп, Бөтә серҙе белгәнһең, Серҙе аңлап килгәнһең,– Тиеп ырғып торған, ти, Ауыҙ асып, ажғырып, Утын бөркмәк булған, ти. Урал ҡурҡып тормаған, Башына бер орған, ти,– Бер башынан сылтырап, Ергә асҡыс ҡойолған, Һигеҙ баштан тағы ла Һигеҙ батыр бар булған.

– Барыбыҙ ҙа кеше инек,

Илебеҙҙә ир инек, Йылан беҙҙе ашаны,– Үҙенә баш яһаны. Яр йыландың йөрәген – Алтын асҡыс табырһың Сер һарайын асырһың, Теләгәнең алырһың,– Тип тегеләр әйткән, ти. Урал йөрәген ярған, ти,– Сер һарайын асҡан, ти: Ынйы менән биҙәнгән, Ебәк менән уранған, Йөзө-башы һарғайған Бер һылыу ҡыҙ күренгән; Ҡыҙ янында – бер ишек, Шуны барып асҡан, ти; Бер тәхеттең янында Ынйы таяҡ күргән, ти.

– Алсы, егет, таяҡты,– тип,-

Теге кешеләр әйткән, ти. Шул саҡ һарай ишеген Бер аҡ йылан асҡан, ти;

– Был кем бында инеүсе,

Һис кешегә теймәҫтәй Таяғымды алыусы?– тип, Йылан килеп Уралға, Йотайым тип, уҡталһа, Урал тотоп алған, ти, Ергә урап һалған, ти, Ошо һүҙҙе әйткән, ти:

– Кеше юйыр Үлемде

Эҙләп сыҡҡан батырмын; Үлем яҡлы берәүҙе Ерҙә имен ҡуймамын; Атым Урал булғанда, Затым кешенән булып, Был донъяға тыуғанда, Кешегә ярҙам итермен, Илем байман итермен, Кешегә дошман булғандың Барын тар-мар итермен. Батша булһаң, бир фарман: Бөтә йылан йыйылһын, Кеше ейгән баштары Бары ергә эйелһен, – Барын турап бөтөрмөн, Кире кеше итермен. Яуыз Үлем юлдашы, Бөтә йылан-яуызды,– Барын тар-мар итермен! – Тигән һүҙен ишеткәс, Батырлығын һынағас, Йылан да буй биргән, ти.

– Таяғым киткәс ҡулымдан –

Көсөм һиндә,– тигән, ти. Батша фарман биргән, ти: Бар йыланды йыйған, ти; Кеше ашап үҫкәндең Башын Урал ҡырҡҡан, ти, – Баштан кешеләр сыҡҡан, ти. Бар һарайҙы астырған, Зиндандағы тотҡондоң Барыһын да ҡотҡарған.

– Хәҙер улыңды тап, – тигән,

Эҙләп алып кил! – тигән. Халыҡ иреккә сыҡҡан, ти, Бикле ятҡан һылыу ҡыҙ – Ул да бергә сыҡҡан, ти; Барыһы ла килгән, ти, Уралды һырып алған, ти:

– Тәңре бирмәҫ ярҙамды

Беҙгә, егет, атҡарҙың, Ил ҡаплаған яуыздың Утлы яуын аҡтарҙың. Инде, егет, нишләйек, Ниндәй бүләк бирәйек, Ни тип әйтеп ҙурлайыҡ?

– Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй.

Ил батыры шул булыр – Кеше һөйөр ир булыр, Һеҙҙең шатлыҡ – минеке, Минең шатлыҡ – һеҙҙеке. Илдең барын йыяйыҡ, Күмәкләп туй ҡылайыҡ, Арағыҙҙан берәүҙе Башлыҡ итеп ҡуяйыҡ. Йыланға ҡаршы яу тотҡан, Күп йыл буйы һуғышҡан Алғыр тигән ир булған, – Шуны башлыҡ ҡылған, ти. Алғыр ҡарт ҡорҙашының Тоғро бер юлдашының Ҡыҙы ҡалған – Гөлөстан – Ҡәһҡәһәлә ҡол булған, Һарайҙа бая осраған Ошо ҡыҙҙы димләшеп, Уралға бирмәк булғандар. Урал халыҡтың уйҙарын – Ҡыҙҙы алыр туйҙарын Бер аҙ һуңлатмаҡ булған, Әзрәҡәне еңгәнсе, Туйҙы туҡтатмаҡ булған. Арала иң өлкәне, Донъяны күп күргәне: