– Һәр йыл ғүмер бер батыр
Иле өсөн яратыр.
Быуын-быуын үтер ул,
Киләсәк быуын етер ул,
Һинең даның ҡалһа ла,
Ҡулда ғәйрәт бөтөр ул.
Ир бөтһә лә, ил бөтмәҫ,
Ил батыры – батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр ул;
Атанан күреп, уҡ юнып,
Өлкәндән күреп, яу ҡыуып,
Ил эсендә үҫер ул,
Утын-һыуын кисер ул.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Бер быуын тип һаналған
Илдә ғүмер үтер ул.
Батыр атанан ҡот йәйгән,
Матур әсәнән һөт имгән,
Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,
Батырға әсә булыр ҡыҙ, –
Тигәс, Урал тыңлаған:
Гөлөстанды алған, ти,
Бер оло туй ҡылған, ти,
Бергә ҡунаҡ булған, ти.
4-се бүлек. Шүлгәндең дейеү батшаһы Әзрәҡә хәйләһенә эләккәне, Әзрәҡә мәкерен үтәргә Самрау батша иленә барғаны, Һомай уны һарай аҫтына япҡаны
Уңдан киткән Шүлгән дә
Осраған, ти, бер ҡартҡа.
Ни эҙләүен был яҡта,
Килгән саҡта юлында
Осрағанын бер ҡартҡа, –
Барын һөйләп биргәс тә,
– Был ҡарт тағы Шүлгәнгә,
Сер йәшермәй, эс тартмай,
Былай тиеп әйткән, ти:
– Һин осраған ул бабай –
Минең ҡустым булыр ул,
Минең менән бер илдә
Тыуып үҫкән ине ул;
Уның йөҙө хәҙер ҙә –
Ап-аҡ һаҡал, сал ҡарттыр,
Саҡ йәнене аҫырарҙай,
Үҙе ҡаҡшау, ябыҡтыр.
Бына мине күрәһең–
Бер егеттәй тиерһең,
Уны – ҡустым тигәнгә,
– Был ҡарт алдай, – тиерһең.
Уның сере шул, егет,
Шуны яҡшы бел, егет:
Беҙҙең илдә бар кеше лә –
Өлкәне йәнә йәше лә –
Барыһы ла туғандай,
Бер әсәнән тыуғандай;
Илде талап йөрөмәҫкә,
Кеше ҡанын ҡоймаҫҡа;
Ил ынйыһын йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа;
Тапҡан-таянған бары
Һис айырым булмаҫҡа;
Көслөнөкө – байман, тип,
Еҫерҙе сит күрмәҫкә;
Ҡыҙға әсә булғанды
Хур әсә, тип кәмһетеп,
Балаларын һыуға атып,
Ундай йола ҡылмаҫҡа,–
Тигән илдең анты бар.
Ҡустым шуны тотманы,
Көсө еткән йәндәрҙең
Барын ҡырҙы, туҡманы,
Ҡыйыратты, ашаны;
Үлем тигән яуызға
Дуҫ, дошманын табырға,
Илдә күп ҡан ҡойорға
Йола таба башланы.
Шуға уны был илдән,
Тыуып үҫкән еренән
Бөтәһе лә берлектә
Ситкә ҡыуып ташланы.
Хәҙер илдән йыраҡта
Үҙе йәшәй тарлыҡта,
Ғүмере үтә зарлыҡта;
Шуға уның төҫ-башын
Үлем, ҡартлыҡ ҡапланы, –
Тиеп, был ҡарт һөйләгәс,
Шүлгән эште аңлаған,
Шул илде барып күрергә,
Ни барыны белергә
Ҡарттан юлын һораған,
Ҡарт йәшермәй һөйләгән.
Ай киткән, ти, йыл киткән,
Күп йылға, тауҙар үткән.
Ҡайҙа ғына төн булһа,
Шунда ятып йоҡлаған.
Барып сыҡҡан бер ергә,
Осраған бер күлгә,
Ситен ҡуға уратҡан,
Томбойоҡтар япрайып,
Тик ағастай, сәскә атҡан;
Һаҙмыт түгел, ҡырсын төп,
Өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы
Йөҙөп йөрөй – шундай күп.
Күлдә ятҡан балығы,
Ялтуш, сабаҡ, суртаны
Бергә йөҙөп уйнайҙар,
Бер-береһенә теймәйҙәр.
Быны күргәс, туҡтаған,
Арыҫлан ҡылыны алып,
Мәскәү яһамаҡ булған,
Балыҡ ауламаҡ булған.
Мәскәүенә һап эҙләп,
Ҡуйы таллыҡҡа ҡарап,
Атлап алға киткәндә,
Тал төбөнә еткәндә:
Талда һайрап ултырған,
Һандуғасты ҡушарлап,
Әберсендәр теҙелгән;
Яғылбай ҙа, ҡарсыға,
Тағы турғай күренгән.
Тау битенә күҙ һалһа,–
Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә,
Әтәс, тауыҡ, төлкө лә
Бер тирәгә йыйылған.
Шүлгән күреп, туҡтаған,
Ҡарт һүҙене иҫләгән: