Выбрать главу

– Тәү батшаға барайым,

Һарай серен беләйем, Ҡайтыуҙа юл ыңғайы Барын аулап ҡарайым,– Тиеп Шүлгән уйлаған, Арыҫланына менгән дә, Үҙ юлына ыҡлаған. Китеп барған сағында, Ҡасып ултырған Зәрҡумға Шүлгән килеп тап булған. Зәрҡум бынан һорашҡан, Шүлгән танмай һөйләшкән. Зәрҡум үҙен Әзрәҡә – Дейеү батша улы тип, Сер йәшереп алдашҡан. Әзрәҡәгә барырға, Күп бүләктәр бирергә, Бергә алып китергә; Йәншишмәнән һыу алып, Теләгәнсә бирергә Зәрҡум уны димләгән; Шүлгән серҙе белмәгән. Былар бергә киткән, ти, Былар күп ер үткән, ти; Бер саҡ ергә тоташҡан, Үҙе күккә олғашҡан Ҡара нәмә күренгән. Болот микән, тау микән? Тау тир инең – ҡайнай, ти, Болот тиһәң – шаулай, ти, Шүлгән быға аптырап, Юлдашынан һорай, ти. Зәрҡум уға былай ти:

– Ул күренгән ҡарасҡы –

Һарайҙы һаҡлап тороусы, Беҙҙе күреп килеүсе Ҙур дейеүҙең берәүһе. Туҡта, һин аҙ көтөп тор, Ошо урында тороп тор, Мин тәү барып әйтәйем, Ҡунаҡ килде, тиәйем, – Беҙҙе килеп алыр ул, Һарайға алып барыр ул,– Тип, Шүлгәнде ҡалдырған. Үҙе дейеүгә барған, Юлдашымды, үҙемде Һарайға илт, тип һораған. Дейеү хәбәр иткән, ти, Батша серҙе һиҙгән, ти, Дейеүҙәргә ҡушҡан, ти. Ике толпар етәкләп, Батыр ирҙәй олпатлап, Ҙур ҡунаҡтай йүпәтләп, Бер ҙур дейеү килгән, ти, Шүлгән менән Зәрҡумды Һарайға алып киткән, ти. Һарайға барып еткән һуң, Шүлгәнде Зәрҡум ҡалдырып, Хәбәр итеүен белдереп, Үҙе һарайға ингән, ти, Батшаға ҡул биргән, ти, Әзрәҡәнең янында Атаһыны күргән, ти. Ҡәһҡәһә менән Әзрәҡә Урал турында уйлашып, Икәү-ара һөйләшеп, Аптырашып, алъяшып Ултырған саҡ икән, ти. Һынсы дейеүҙәр килеп, Бер ҡарт дейеү бик белеп:

– Анау саҡта, ай, батшам,

Бер йәш бала тыуғанда, Шуның тауышы килгәндә, Күктә осҡан дейеүҙәр Бары ҡолап төшкәйне. Баланы урлап алырға, Үлтереп юҡ ҡылырға Барған дейеү, ендәрҙең, Бала текләп ҡарағас, Тоторға тип уҡталғас, Барған бере ҡурҡыуҙан Йөрәге ҡубып үлгәйне. Шул баланың сыҡҡанын, Илгә яҡынлашҡанын,

– Алам тигән уйының

Йәншишмәгә төшөүҙән

– Шишмә ҡурҡып ҡайнауын,

Яртылаш һыуы ҡайтыуын Хәбәр итеп алғайның – Ҙур ҡайғыға ҡалғайның. Батшам, сара эҙләйек, Ҡул ҡаушырып тормайыҡ; Берәй кеше табайыҡ, Самрау ҡоштоң Аҡбуҙын Кеше аша алайыҡ, Һис булмаһа – урлайыҡ. Әзрәҡә: – Аҡбуҙатты алырға, Уға эйәр һалырға Йә булмаһа, ул атты Был донъянан юйырға Ете дейеү ебәрҙем. Күктә торған буҙ аттың Урынын үҙем күргәҙҙем. Улар барып баҫтырҙы, Тота алмағас яҡшылап, Ат уларға килмәне, Дейеүҙәрем ғәрлектән Кире илемә инмәне: Күктә ҡалды хур булып,

– Етегән тигән исемдә

Мәңге ҡалды ут булып.

– Һис булмаһа һары атын

Алайым, тип уйланым. Айҙан тыуған ҡыҙы бар,– Шуны урлап ҡараным. Ҡыҙы тотҡон булһа ла, Аты бүләк булһа ла,– Ул ат һаман килмәне, Һис теләгем булманы. Хәҙер беҙгә шул кәрәк: Кеше булған ир кәрәк, Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы Арбай алыр ир булһын, Был донъяла бер булһын. Ҡыҙ, яратып егетте, Аҡбуҙ менән булатты Бүләк итерҙәй булһын. Буҙ ат менер ир тапһаҡ, Ҡыҙ теләһә, ҡыҙ биреп, Мал теләһә, мал биреп, Баш булам тип ымһынһа, Берәй илгә баш ҡылып, Ул егетте арбаһаҡ,– Беҙ Уралды еңербеҙ, Ер өҫтөндә кешенән Тарлыҡ-мазар күрмәбеҙ, Теләгәнебеҙ итербеҙ, ' Барын ҡулда тоторбоҙ! – Тигән һуң Әзрәҡә, Зәрҡум, алға сыҡҡан да, Батшаға баш эйгән дә,

– Мин Уралдың ағаһын

Алып килдем,– тигән, ти Үҙ хәйләһен аңлатып, Теҙеп һөйләп биргән, ти. Барыһы ла шатланған, Зәрҡум батша алдында Маҡтау алып, данланған. Шүлгән һарайға ингәс, Әзрәҡә урын күрһәткән, Бик йүпәтләп, олпатлап, Таҡ янына ултыртҡан, Зәрҡумды ул – улым, тип, Ҡәһҡәһәне – дуҫым, тип, Алдап-йолдап танытҡан. Ни теләһә, шул әҙер,– Ҙур ҡунаҡтай һыйлатҡан, Бар байлығын күрһәткән; Һарай ҡыҙҙарын йыйып, Һылыуҙарын күҙләткән Төркөм-төркөм ҡыҙҙары – Барыһы һайлап ҡуйғандай, Күҙҙең яуын алырҙай, Күргәндәр таң ҡалырҙай. Күмәк ҡыҙ уртаһында: Буҙ таштар араһында Айырым бөртөк ынйылай, Күктә балҡып йәмләнгән Йондоҙҙарҙың айындай; Һылыуҙарҙың битендә Айырым торған миңендәй, Типһән-туғай үләне Йәмләп торған гөлөндәй – Һылыуҙарҙың һылыуы Айһылыуҙы күргәс тә, Шүлгән күҙен текәгән, Түҙемлеген юғалтып, Зәрҡумғә быны һөйләгән. Зәрҡум уны – һеңлем, тип, Кейәү итәм һине,– тип, Шүлгәнде ул алдаған, Шүлгән быға йән атҡан;