Выбрать главу

– Атама хәҙер әйтәм, тип,

Зәрҡум уны йыуатҡан. Әзрәҡә эште аңлаған, Алап һалып, Ҡот тауға Бар дейеүҙе йыйнаған. Айһылыуҙы саҡырып, Аулаҡ ергә алдырып, Урланған ҡыҙ икәнен Шүлгәнгә һис әйтмәҫкә, Һарайҙан сығып йөрөмәҫкә,

– Мин әйткәнде тотмаһаң,

Башың өҙөп ашармын, Кәүҙәң утҡа ташлармын,– Тигән һүҙен аңлатҡан, Айһылыуҙы ҡурҡытҡан. Данлы туйын ҡорған һуң, Шүлгән кейәү булған һуң, Ҡыҙ ҙа һылыу булғанға, Егетте лә һөйгәнгә, Шүлгән шуға мауығып Был һарайға йотолған, Бөтә эше онотолған. Берҙән-бер көн Әзрәҡә Зәрҡум менән Шүлгәнгә Самрау батшаның ҡыҙын, Булат ҡылыс, Аҡбуҙын Ала торған юлыны,

– Аҡбуҙатҡа менгән ир,

Булат ҡылыс тотҡан ир – Бөтә донъя йөҙөндә Ин ҙур батыр булыуҙы, Барын баш эйҙереүҙе Теҙеп һөйләп аңлатҡан, – Төрлө яҡлап самалап, Ҡул тамырыны тартҡан. Шүлгәнгә быны аңлатҡас, Һомайҙы ил маҡтағас, Яуға ҡалһа, аҙағы Дейеү ҙә бирәм тигәс, Шүлгән бармаҡ булған, ти, Һомайҙы алмаҡ булған, ти. Зәрҡум, Шүлгән икәүһе Үҙ-араһы һөйләшеп, Бер дейеүгә менгәшеп, Самрау батша иленә Икәү бергә киткән, ти, Күҙ асып, күҙ йомғансы Барыр ергә еткән, ти. Былар дейеүҙән төшкәндәр, Шунда кәңәш ҡорғандар, Һүҙ ыңғайы килгәндә, Зәрҡум һөйләп киткән дә, Урал турында һүҙ асып, Былай тиеп, әйткән, ти:

– Бынан бик йыраҡ түгел

Аждаһа-йылан иле бар, Ҡәһҡәһә тигән батша бар. Шул батшаның ҡулында Яуға ҡаршы ут булыр, Теләгәндә – һыу булыр, Ел-дауылдар ҡуптарыр Бер хикмәтле таяҡ бар. Анғармаҫтан-нитмәҫтән, Берәүһе лә көтмәҫтән, Бер батыр ир килгән дә, Урлапмылыр, нисектер, Шул таяҡты алған да – Батшаһын да һөргән, ти, Бөтә илен алған, ти; Урал батыр булам мин, тип, Үҙе батша булған, ти, – Тиеп Зәрҡум Шүлгәнгә Барын һөйләп биргән, ти. Шүлгән Урал һаулығына, Бер яғынан, шатланған,

– Урал өҫтөн булыр, тип,

– Мин йөрөнөм, ил гиҙҙем,

Илдә батыр танылдым, – Тиеп, Урал маҡтаныр, Илгә ҡайтҡас һөйләнер, Барына яҡшы күренер, Тиеп, Шүлгән Уралдан, Бер яғынан, көнләшкән.

– Аҡбуҙатҡа менгәндә,

Булат ҡулда булғанда, Бер ни ҡаршы киләлмәҫ, – тип, Зәрҡум, Шүлгән һөйләшкән. Зәрҡум, бергә килһә лә, Серҙәш булып йөрөһә лә:

– Һомайҙы Шүлгән алыр ҙа,

Аҡбуҙатҡа менер ҙә, Булат ҡылыс тотор ҙа, Беҙҙән өҫтөн булыр, тип, – Ул да эстән көнләшкән. Шүлгән менән бер булайым, Батырлығын һынайым, Йә үлтереп Уралды, Таяғымды алайым, Теләгемде ҡылайым, Барынан үс алайым, – Тиеп Зәрҡум уйлаған; Шуға маҡтап таяҡты Шүлгәнгә ул һөйләгән. Былар килеп ҡалғандар, Һарайға күҙ һалғандар, Һарай алды туп тулы Ап-аҡ ҡоштар күргәндәр. Ҡош тубынан берәүһе, Был икәүҙе күргән дә, Ситкә айырылып сыҡҡан, Ҡош тубына ҡарата Оран биргәндәй булған, – Күҙ асып, күҙ йомғансы Барлыҡ ҡоштар таралған. Айырылған яңғыз ҡош Быларға күҙ һалған, ти, Күҙәтепме торған, ти; Былар яҡын барған, ти, Һомайҙы атап һорағас,