Выбрать главу

– Өйҙә юҡ ул,– тигән, ти.

Былар һорашып бөтмәгән, Оҙаҡ ваҡыт үтмәгән Ҡош туптары барыһы Ҡош тундарын һалған да – Һылыу ҡыҙға әйләнгән. Шүлгән барыһын күҙләгән, Айырыуса берәүһен. Ни тиергә белмәгән: Үҙе үҫеп, ил гиҙеп, Бындай һылыу күрмәгән! Йөҙө айҙай балҡыған, Күкрәктәре ҡабарып, Һылыу булып ҡалҡыған. Тирә-яғы, бар ҡыҙ ҙа, Һарай алды, бар ер ҙә Шул һылыуҙан йәм алған, Бары шунан йәнләнгән Һымаҡ төҫлө тойолған, Әйтерһең дә, бар донъя Уға ҡарап эйелгән,

– Һомай тигән ошолор,–

Тиеп эстән уйлаған. Ҡыҙҙар серҙе бирмәгән, Шикләнгәнен ҡыҙҙарҙың Был икәү ҙә һиҙмәгән; Аралағы яңғыҙы, Алға сығып бер үҙе, Күс башлығы – инәләй, Ҡунаҡ көткән эйәләй:

– Ил аралап йөрөгәнһеҙ,

Һомай ҡыҙҙы белгәнһеҙ, Уға төбәп килгәнһеҙ,– Әйҙә, һарайға үтегеҙ, Һомай ҡайтыр – көтөгөҙ,– Тип быларҙы өндәгән, Һарай ишеген асып, Ҡунаҡтарҙы ымлаған; Һомай үҙен танытмаған, Былар һүҙ ҡуҙғатмаған. Былар һарайға ингән, ти, Ҙур ҡунаҡтай кәпәйеп, Түргә табан уҙған, ти. Аҙ-маҙ ип-һип иткәс тә, Һарайҙы томан баҫып, Быларҙың һушы ҡасып, Һарайҙа шау-шыу ҡубып, Ике уртаға ярылып, Шүлгән, Зәрҡум икеһе Ер аҫтына осҡан, ти, Ямға ҡолап төшкән, ти. Тирә-яҡты һәрмәгәс, Бер-берене тапмағас, Быларҙа ҡурҡыу тыуған, ти. Икеһе лә иҫ йыйғас, Арлы-бирле йөрөгөләп, Тирә-яҡты ҡармалап, Һис сер белмәй алъяғас, Шүлгән аптырап ултырған. Зәрҡум уйлап тормаған, Бер йыланға әйләнеп, Ярыҡ-маҙар юҡмы, тип, Сығырға юл эҙләгән, Һомай белгән был серҙе, Саҡырып алған бер ҡыҙҙы; Ямды һыуҙан баҫтырған, Һалҡын һыуҙы таштырған, Зәрҡумды һыуҙа йөҙҙөрөп, Аптырауға ҡалдырған. Зәрҡум көшөл булған, ти, Һыуҙа йөҙөп йөрөгән, ти. Һомай быны башҡарғас, Шүлгән янына барған, ти, Һүҙен әйтә һалған, ти:

– Ҡараңғыға осҡан һуң,

Күңелең ҡурҡыу алдымы? Миңә бысаҡ ҡайраған Сағың алға килдеме? Ҡурҡыуыма – ҡурҡыуың Ҡарыу булһын, егетем; Ҡан көҫәгән, йәш түккән, Күптәр башына еткән, Ҡан эсергә уҡталған Уҫал йөрәгең бөтһөн, Бәғерле йөрәк үҫһен. Йөрәк майың иреһен, Бөтә йәнде үҙендәй Һөйөр бер күңел тыуһын; Ҡыҙғаныусан йәш йөрәк Уйыңа башсы булһын. Шуға саҡлы был ерҙә, Тере көйө шул гүрҙә Башың ҡаңғырып ятһын. Үҙенә юлдаш һайларлыҡ, Яҡшы юлды табырлыҡ, Илдә даны ҡалырлыҡ Яңы кеше булырһың; Яҡшыға юлдаш булырһың, Йыландарҙан ҡасырһың, Уны дошман белерһең,– Тигән һүҙен әйткән дә Һомай сығып киткән, ти.

5-се бүлек. Уралдың Һомай һарайына барғаны; Йәншишмә һыуын табыу өсөн Һомай ҡуйған шартты үтәп, уның һеңлеһе Айһылыуҙы табып алып килгәне

Бер ҡыҙ йүгереп килгән, ти, Берәү килде, тигән, ти; Һомай шундуҡ таныған: Ул килгән Урал булған, Тик Уралға әйтмәгән; Урал, ҡыҙҙы күрһә лә, Һомайҙыр тип белмәгән, Һомай яҡынлаған һуң, Урал күҙен һалған, ти: Уның усма шәлкемдәй, Енсегене ҡапларҙай, Кәйтән менән биҙәлгән. Сәс толомо һалынған; Оҙон керпеге үтә Ҡара күҙе текәлгән; Уйнап торған ҡыйғас ҡаш Күҙ өҫтөндә йылмайған; Тертәйешкән ҡалҡыу түш Күҙ алдында тулҡынған; Бал ҡортондай нәҙек бил. Борғоланып уйнаған; Гүйә күптәнге танышы, Көмөштәй саф тауышлы; Уйнап-көлөп һүҙ ҡушҡан, Ҡыҙҙы күргәс, Урал да, Ни әйтергә белмәгән, Үҙе күргән – Һомай тип, Уйына ла килмәгән. Был ҡыҙ оҙаҡ тормаған, Уралды үҙ артынан Һарайына ымлаған. Урал һарайға ингәс, Иҫән-һаулыҡ һорағас, Йәнә ҡайҙа булғанын, Юлда ниҙәр күргәнен Барын теҙеп һөйләгәс, Уралға күҙ ташлаған, Былай тип һүҙ башлаған: