Выбрать главу

– Йә, егетем, төҫ-башың

Алыҫ илдән күренә, Беҙҙең яҡҡа килеүҙән Теләгең барлыҡ беленә, Һүҙең һөйлә, тыңлайым, Ҡулдан килһә, йомошоңа Ярҙамсыңдан булайым. Урал:

– Үҙем йәп-йәш булһам да,

Биш ил барын белдем мин: Береһендә үҙем тыуҙым, Икеһен йөрөп күрҙем мин, Ҡалған тағы икәүһен Күрергә тип сыҡтым мин. Ҡайҙа ғына барһаң да, Кемде генә күрһәң дә, Береһе үҙен баш, тиә, Икенсеһе баш эйә, Көслө көсһөҙҙө ейә, Теләгәнсә ҡан ҡоя. Исеме бар донъяла, Үҙе күҙгә күренмәҫ; Берәү уға кәр ҡылмаҫ, Аяғы-ҡулы һис уның Балға тотоп йонсомаҫ; Арыслан менән һунарҙа Үҙе йәнлек юлламаҫ; Үҙ теләген табырға Бер ҙә юлдаш эҙләмәҫ – Шундай яуыз Үлем бар, Шунан алыр ҡоном бар; Үлемде табып үлтереп, Ил ҡотҡарыр уйым бар. Һунарлаған сағымда, Ҡулға төшкән бер ҡоштан, Һеҙҙең илдә Үлемдән Ҡотолорға юл бар, тип, Ишеткәйнем мин йәштән. Һомай:

– Был донъяла үлмәҫкә,

Ҡара ергә кермәҫкә – Минең илдә булмаған, Үҙен берәү күрмәгән Дейеү батша биләгән Йәншишмәнең һыуы бар. Уны барып алырға, Һиңә ярҙам бирергә, Теләген бар ҡылырға Минең һиңә шартым бар Ҡайҙа булһа барырһың, Үҙең уйлап бағырһың; Йылан илен үткән ир, Уңдан һулға сыҡҡан ир, Үҙең юлын табырһың. Минең илдә булмаған, Ишетеп тә күрмәгән, Бөтә донъя ҡош төҫөн Үҙ өҫтөндә биҙәгән Бер ҡош эҙләп тапһаң һин, Шуны алып ҡайтһаң һин, Минән ярҙам күрерһең Шишмәнән һыу алырһың, Теләгәнең табырһың Урал:

– Мин алыҫтан ил йөрөп,

Яман-яҡшыны күреп, Үлемде табып үлтереп, Ҡотҡарырға кешене, Тындырырға барыны Уйлап сыҡҡан батырмын, Һиңә ҡошон табайым, Үҙеңдән ярҙам алайым, Бүләгеңә шарт итеп, Мин дә бер һүҙ әйтәйем: Алтын һалыр йөгөм юҡ, Ынйы тағыр кемем юҡ, Яҡшынан бүтән уйым юҡ; Үлемдән бүтән берәүҙән Юллай торған дауым юҡ. Ил теләген алырға, Илде байман ҡылырға, Үлемгә ҡаршы барырға, Уны тар-мар итергә; Серәшеп яу асҡанда, Үлем юлын баҫҡанда, Ҡан илаған кешенең Күҙ йәшене һөртөрҙәй, Миңә юлдаш булырҙай, Яуҙа ҡорҙаш булырҙай Бүләк бир, тип һорайым. Ул бүләгең ни булыр? – Әйтсе, белеп торайым. Һомай:

– Утҡа төшһә, янмаҫтай,

Һыуға төшһә, батмаҫтай, Ел дә ҡыуып етмәҫтәй, Тауҙан-таштан өркмәҫтәй, Ир-егеттән бүтәнде Үҙеңә тиң күрмәҫтәй; Типһә, тау-таш сорғотоп, Сапһа, дингеҙ ярырҙай, Ауырлыҡта, тарлыҡта Һиңә юлдаш булырҙай, Күктә тыуып, күктә үҫеп, Ерҙә тоҡом йәймәгән, Әзрәҡәнең дейеүе Мең йыл ҡыуып тотмаған, Әсәйемдән бирелгән, Үҙем һөйгән егеткә Бирә торған бүләгем – Аҡбуҙ толпар бирәйем. Йөҙөн һис тут алмаҫтай, Һис берәү кәр ҡылмаҫтай, Утҡа ҡаршы – ут булыр, Һыуға ҡаршы – һыу булыр, Ен-дейеүҙең барыһын Үлемендәй ҡурҡытыр, Ҡуй-һарыҡтай өркөтөр Булат ҡылыс бирәйем, – Тигәс, Урал күнгән,ти, Ҡыҙ теләген эҙләргә Сығып китмәк булған, ти. Урал ҡунаҡ булған, ти, Бер нисә көн торған, ти; Һомай үҙен әйтмәгән Шүлгән бикле тимәгән, Урал тағы һиҙмәгән. Урал торған, ти, таң менән, Битен йыуған, ти, һыу менән, Бер табында ултырып, Тамаҡланған, ти, ҡыҙ менән. Урал юлға сыҡҡан, ти, Таяғын ат иткән, ти. Бик күп көндәр киткән, ти. Бара торғас, бер саҡта Тау уратҡан бер яҡта: Һайыҫҡан да, ҡоҙғон да Йән барлығын һиҙмәгән, Һис бер кеше булмаған, Дейеүе дә ул ергә Килеп аяҡ баҫмаған Үркәс-үркәс ҡаяһы, Башына күҙең һалһаң, Юғары торор болоттан, Бөтә йәмде үҙендә Һаҡлар элек-электән – Шундай бер тау күргән, ти; Болот ярып, үрмәләп, Тау башына менгән, ти. Тирә-яҡҡа күҙ һалып, Оҙаҡ ҡарап торған, ти: Алыҫтан күҙгә салынған, Йондоҙҙай булып сағылған Бер яҡтылыҡ күргән,ти, Шуға тоҫҡап киткән, ти. Барып етеп ҡараһа, Әйләндереп күҙ һалһа: Таш урынына көмөштән Сите, төбө биҙәлгән, Буйындағы сәскә лә Ҡаты елгә борсолмай, Шаҙраланып өҫтәре, Күҙ сағылыр төҫтәре, Ел дә тейеп тулҡынмай, Ҡояш нуры төшкәндә, Ем-ем иткән ынйылай Бер һылыу күл күргән, ти. Ошо күлдең өҫтөндә Тирәләй ҡош йыйналған, Бөтә төҫкә биҙәлгән Бер һылыу ҡош йөҙгәнен Урал айыра күргән, ти. Ҡош һиҙмәҫтән шул ерҙә Ҡош янына барған,ти. Төҫөн-башын ҡараған, Таяғы менән арбаған, Һомай әйткән ҡош был, тип, Урал шундуҡ уйлаған. Ҡош Уралдан шикләнмәй, Осорға ла уҡталмай, Уға ҡарай килгән, ти; Урал, йола белмәгәс, Ҡошҡа туры уҡталғас, Ҡош Уралдан һиҫкәнгән, Осмаҡ булып ынтылған. Урал барып тотҡан һуң, Тотоп ҡулға алған һуң, Тағы тапты дошман, тип, Ҡош ҡайғырып уйланған. Урал, ҡошто күтәреп, Ҡырға сығып барғанда, Теләгем булды тигәндә, Ҡошо телгә килгән дә: