Выбрать главу

– Ай, егетем, туҡта әле,

Миңә ысынын әйт әле: Дейеүме һин, енме һин? Кешеме һин, кем һуң һин?– Тигән һүҙҙе ишеткәс, Ҡош кешеләй һөйләшкәс, Урал таңға ҡалған,ти. Бер аҙ барғас бер ерҙә, Шишмә буйы туғайҙа, Ҡоштоң затын кемлеген Урал һорай башлаған. Ҡош та бер аҙ уйланып, Үҙ алдына һөйләнеп, Текләп ҡарап торған да:

– Күҙең йомоп, күрмәй тор,

Ҡулың алып ҡанаттан, Һис еремдән тотмай тор,– Тигәс, Урал уйланған:

– Был ҡош осһа, артынан

Ҡарсыға булып ҡыуырһың, Һыуға сумһа, артынан Суртан булып сумырһың,– Тип таяҡҡа ымлаған, Ҡош әйткәнде тыңлаған.

– Егет, күҙең ас инде,

Әйтер һүҙең әйт инде,– Тигәс, Урал ҡараһа: Ҡуңыр һылыу, ҡыйғас ҡаш, Эйәк-бите уйылған, Һул битенең уртаһы Күҙ ҡаралай миңләнгән; Йүрмә-йүрмә ишелеп, Ике яҡлап-сикәләп Тамсы гөлдәй елберәр, Иң башынан һалыныр Оҙон сәсен матурлап, Әсмә яһап төшөргән; Оҙон керпектәре аша Ҡара күҙен йылмайтып; Бит уймағын уйнатып, Көләс йөҙөн көлдөрөп, Дертләп торған күкрәген Уралғараҡ ыҡлатып, Һөйләп киткән шулай тип:

– Ай, егетем, һин былай

Килеп нисек юлыҡтың? Бында килеп сығырға Ни бәләгә тарыҡтың? Ай, егетем, бел шуны: Ҡарап көлгән йөҙөм дә, Әйтеп торған һүҙем дә – Сер сисеү ул, егетем. Быға саҡлы мин былай Һиндәй егет күрмәнем, Дейеү килмәҫ урынға Һин килер тип белмәнем, Һыуҙа балыҡ булырҙай, Күктә йондоҙ булырҙай Ҡулда көсөм бар ине, Китер юлым бар ине. Һине күргәс, бар уйым, – Ел таратҡан болоттай, Ҡаса торған бар юлым,– Йүгереп бөткән һуҡмаҡтай, Күҙ алдымдан киттеләр, Юйылышып бөттөләр. Мин бер саҡта ҡыҙ инем, Иркә үҫкән буҙ инем, – Дейеү мине урланы, Кейәүгә биреп зурланы. Кейәүем егет-ир ине, Бергә оҙаҡ торманы: Көтмәгәндә юғалды, Йөрәгемде ҡайғы алды. Дейеүҙәрҙән ҡастым мин; Илгә ҡайтһам, атама, Бөтә тыуған илемә Яу килер, тип ҡурҡтым мин. Дейеү килеп алыр тип, Тағы ҡайғы һалыр тип, Һис донъяла булмаған, Кеше төҫөн белмәгән Бер ҡош булып остом мин; Һис бер кеше тапмаҫлыҡ, Килеп аяҡ баҫмаҫлыҡ Ошо күлгә төштөм мин, – Тигән һүҙен ишеткәс, Ҡыҙҙың серен төшөнгәс, Урал уйын һөйләгән, Тик бер ҡыҙға ҡош эҙләп Сыҡҡан уйын әйтмәгән.