Выбрать главу

– Юлымдан, ахыры, уңманым:

Эҙләп килгән ҡошомдо Был күлдә лә тапманым,– Тиеп Урал уйлаған. Тағы ары китергә, Мораҙына етергә, Ҡыҙға ярҙам итергә Теләгәнен һөйләгән.

– Егет, тыңла, һүҙемде,

Асыҡ күрҙең йөҙөмдө, Айһылыу тигән атым бар. Илде тотҡан атам бар, Күктең Айы – әсәм бар, Һөйгәнемә бирерҙәй Һарысай тигән атым бар, – Һыу теләһәң, һыу табыр, Яуҙа юлдашың булыр. Егет, һүҙем тыңласы, Һүҙем ҡырын һалмасы: Һин эҙләгән ул ҡошто Был тирәнән тапмаҫһың. Атайым ил гиҙгән ул, Күк йөҙөндә осҡан ул, Бөтә ерҙә булған ул, Бар ҡоштарҙы күргән ул. Атайымдан һорайыҡ – Беҙҙең илгә барайыҡ, Һин теләгән ул ҡошто Шунда табып алайыҡ; Мине дейеүҙән ҡотҡарһаң, Теләгең үтәр атайым. Беҙҙең илде хуп күрһәң, Мине үҙеңә тиң күрһәң, Әйҙә, беҙгә барайыҡ, Икәү бергә булайыҡ, Бергә ғүмер һөрәйек –

– Ай, һылыу ҡыҙ, һылыу ҡыҙ,

Бүләгеңде алмайым, Илеңә мин бармайым, Ысынлап та ҡош булһаң, Ҡыҙға юрый әйләнһәң, Һине алып ҡайтайым, Үҙем белгән һарайға Һине илтеп бирәйем. Унда барғас, һөйләрһең, Үҙ теләгең әйтерһең: Теләһәң, ҡош булырһың, Теләһәң, ҡыҙ булырһың; Һине улар хурлаһа, Теләгәнеңде бирмәһә, Ул саҡ һине яҡлармын, Үҙ илеңә илтермен, – Урал шулай тигән, ти, Ҡыҙ ҙа быға күнгән, ти, Яҡшылығын Уралдың Тел төбөнән белгән, ти. Ҡыҙ ҡош тунын кейгән дә, Бергә китмәк булған, ти. Теге таяҡҡа менгәндәр, Юлға сығып киткәндәр, Тауҙар ашып үткәндәр, Күҙ асып, күҙ йомғансы Былар ҡайтып еткәндәр. Ҡыҙҙар ҡаршы килгәндәр, Ҡошто бары ҡосаҡлап,

– Айһылыу! – тип алғандар.

Урал быны ишеткәс, Аптыраған, таң ҡалған, Айһылыу ҡош тунын һалған.

– Әйҙә, егет, керәйек,

Һинең ҡайтҡан һарайың, Минең ҡайтыр һарайым, Икеһе лә бер икән, – Тип Уралға әйткән, ти. Урал тағы нығыраҡ Хайран булып ҡалған, ти.

– һай, егетем, егетем,

Батыр-алып икәнһен, Мин һораған ҡошомдо Дейеүҙән алып килгәнһең, – Тигәс, Урал аптырап Бөтә серҙе һөйләгән.

– Уны алған ул күлдә

Дейеү-маҙар күрмәнем, Барған-йөрөгән юлымда Һис ауырлыҡ тойманым. Нисек анда икәнен, Ҡош тунында йөрөгәнен, Ҡайҙан аны белдең һин, Миңә: – Эҙлә, тинең һин? – Тиеп Урал һораған.

– Дейеү нисек белмәне,

Киткәнеңде күрмәне? – Тип, Һомай Айһылыуға Аптыраулы һүҙ ҡушҡас, Айһылыу шунда һиҙгән, ти, Апаһының яңылыш Уйлағанын белгән, ти. Дейеүҙәрҙән үҙенең Ҡасып күлдә ятҡанын, Урал барып шул күлдән Уны эҙләп тапҡанын, Барын теҙеп һөйләгән. Атаһының һарайынан Уны берәү белмәгән, Һомай быны ишеткәс, Уралдан сер тартмаған: Үҙе Һомай икәнен, Уралды яҡшы белгәнен Барын һөйләп аңлатҡан, Һомай шунда атаһын Бүлмәһенә саҡыртҡан. Самрау килеп ингән дә, Айһылыуға күрешкән, Күҙ йәш түгеп ҡыҙынан Бөтә хәлен һорашҡан. Айһылыу атаһына Хәлен һөйләп танытҡан. Самрау тыңлап торған да, Серҙе аңлап белгән дә, Уртаға һалып үҙ уйын Ҡалдырмайынса төйөн: