Выбрать главу

– Айһылыуҙың ҡайтҡанын,

Дейеүҙәрҙән ҡасҡанын, Берәүгә лә әйтмәгеҙ, Хәҙергә сер тотоғоҙ. Дейеү белһә, яу асыр, Һис уйламаҫ, ил басыр; Айһылыу ҙа йонсоған, Күп ҡайғынан борсолған, Әсәһен дә һағынған. Айға барһын ҡунаҡҡа, Байман тапһын аулаҡта, Саҡырырбыҙ кәрәктә, – Тиеп һүҙен әйткән, ти, Атаһының һүҙенә Ҡыҙҙары ла күнгән, ти. Һарайҙа ял иткәс тә, Бер нисә көн үткәс тә, Атаһы менән апаһы Әсәһенән бирелгән Айһылыуҙың бүләге – Һары атын саҡыртҡан, Айһылыуҙы бер төндә Былар айға оҙатҡан.

6-сы бүлек. Ҡыҙы Һомайҙы, Аҡбуҙатын, булат ҡылысын Уралға бирергә Самрау батшаның риза булғаны; Уралдың Шүлгән менән осрашҡаны, ағаһының яуыз уйлы кеше булып сыҡҡаны; Һомай йыйған майҙанда Шүлгәндең хур булғаны, Уралдың халыҡты хайран ҡылғаны

Бер нисә көн Урал да Бәҫле ҡунаҡ булған да, Берҙән-бер көн таң менән Йоҡоһонан торған да, Һомайҙы саҡырып алған, ти, Әйтерен әйтә һалған, ти:

– Мин әле бик йәш саҡта,

Атам һине атҡанда, Барыбыҙ ҙа һунар тип, Һине һырып алғанда, Муйыныңа ырмау һалғанда, Йәнең алҡымға килгәндә, Ысынлап та белепме, Йән асыуҙан ҡурҡыпмы, Һин телеңә килгәйнең, Ҡотолорға Үлемдән Йәншишмә бар тигәйнең, Һинән шуны ишеткәс, Үлемде тапһаҡ, тоторға, Илдән башын юйырға, Шишмәнән һыу алырға, Мәңге йәшәһен донъя, тип, Илгә һыуын бирергә Тигән уйға килгәйнек, Икәү юлға сыҡҡайныҡ. Күп ер китеп, сер белгәс, Юлды икәү бүлгәйнек, Юл буйында ни барын Һорашып та белгәйнек. Ағам китте һул яҡҡа, Мин тайпылып уң яҡҡа, Айырылып киткәйнек. Күп йыл йөрөнөм, ил күрҙем, Әйткән һүҙең онотмай, Һеҙҙең илгә боролдом, – Илең аша уҙманым, Бармайым, тип торманым, Һарайығыҙ алдына Арыҫланымды бәйләнем, Һарайыңа ингәндә, Уйым һөйләп үткәндә, Арала һүҙ киткәндә, Үҙ бауырың эҙләргә Миңә йомош ҡушҡанда, Һин бер бүләк әйткәйнең. Мин эҙләгән Үлемдән Һин әйткәйнең телеңдән:

– Ҡотолорға юл табып

Мин бирермен, – тигәйнең, Аҙаҡ һүҙең әйт, һылыу, Ни әйтерһен, – көтәйем, Мин ишетеп китәйем, – Тигән һүҙен ишеткәс, Атаһына барған, ти, Йәшермәйсе бер ниҙе, Теҙеп әйтеп һалған, ти.

– Һөйһәң, ҡыҙым, барырһың,

Аҡбуҙатың бирерһең; Яҡты донъя йөҙөндә Рәхәт торорһоң, балам, Уралдай уҡ батырға Әсә булырһың, балам. Урал батыр хаҡына Шүлгәнде лә сығар һин, Бөтә илде саҡыр һин, Батыр ирҙе туйла һин, Һис берәү ҙә ҡалмаһын – Барын йыйып һыйла һин, – Тигән һүҙен тыңлаған. Атаһы уйын аңлаған, Шүлгәнде лә сығарған, Бөтә илде йыйнаған, Алҡындырып һыйлаған. Шүлгән, Урал – икәүһе, Берен-бере табышҡас, Көтмәгәндә осрашҡас, Ике туған шатлығын, Юлда күргән барыһын Урал теҙеп һөйләгән. Шүлгән тыңлап ултырған, Барын уйлап уҙҙырған:

– Урал былай дан алһа,

Атама данлы ҡайтһа, Батыр булып маҡталыр, Бар эштә лә өҫ булыр, Минең һүҙҙәр аҫ ҡалыр,– Тип, эсенән көнләшкән. Шуға күрә Уралға Бар серен сисмәгән. Әзрәҡәлә булғанын, Бында ниңә килгәнен– Береһен дә әйтмәгән. Ул Уралды үлтереп, Үҙе данлы ир булып, Һомайҙы ла үҙе алып, Аҡбуҙатҡа атланып, Булат ҡылыс ҡулланып, Дан алыуҙы уйлаған. Шүлгән асыулы булғанын, Һәр саҡ һалҡын йөрөгәнен, Уның шомо барлығын Урал ҙурға ҡуймаған: