Выбрать главу

– Егет, һүҙең тыңланым,

Эс сереңде аңланым, Шулайҙыр тип уйланым; Мин бер батша ҡыҙымын, Ҡыҙҙарының ҙурымын. Егет, уйың уй булһын, Бер ҙур майҙан ҡорайым, Батырлығың һынайым, Шунда даның күрәйем. Буҙ атым бар йыраҡта, Әсәм биргән бүләккә, Майҙаныма шул килер, Батыр булһаң, ул белер. Майҙанымда буҙ атты Ҡулыңа алып менәлһәң, Эйәренең ҡашынан Булат ҡылысын алалһаң, Шундай батыр булалһаң– Буҙым бүләк ҡылайым; Атама әйтеп туй яһап, Үҙеңә йәр булайым,– Тип яуабын биргән, ти, Шүлгән быға күнгән, ти. Һомай майҙан йыйған, ти, Аҡбуҙын саҡырған, ти. Күк күкрәп, шау килеп, Ерҙә дауыл ҡуптарып, Тау-таш, ҡая аҡтарып, Бөтә йәнгә шом һалып, Йондоҙ һымаҡ атылып, Аҡбуҙ толпар атлығып, Күктән килеп төшкән, ти, Һомай һылыу алдына Килеп, башын эйгән, ти. Аҡбуҙ шунда туҡтаған, Бөтә майҙан һоҡланған: Һыртына эйәр һалынған, ти, Эйәренең башына Алмас ҡылыс тағылған; Йүгәненең ҡашы алтын, Йүгәненең башы алтын; Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған, Ялын ҡыҙҙай тараған; Башкүнәктәй танаулы, Һарымһаҡтай аҫаулы; Ҡарсыға түш, тар бөйөр, Еңел, текә тояҡлы; Ҡуян күҙле, баҡыр күҙ, Ҡыҫыр йылан тамаҡлы; Урайы ҡуш, яңағы ас, Муйындары бер ҡолас, Ҡыйғыр бөркөт ҡабаҡлы; Текә баҫып, баш ташлап, Йылғыр атлап бышҡырыр; Ҡолаҡтарын ҡайсылап, Алан-йолан ҡараныр; Алғыр бүре күҙендәй, Күҙ бәбәген сылатыр, Ауыҙлыҡ сәйнәп, ярһыуҙан Ауыҙҙарын күпсетер; Елгә, ҡоштай елпенеп, Артында саң уйнатыр; Осраған бер кешене Хайран итер, уйлатыр, – Бына ошондай Аҡбуҙ ул, Күҙ күрмәгән ят буҙ ул. Һөйөп алғас Аҡбуҙын, Һомай әйткән хаҡ һүҙен:

– Күктә торҙоң йондоҙҙай,

Батыр көтөп, зарығып. Кеше ҡаны булмаған Батырҙарҙы ырғытып; Мин һайлаған батырҙың Береһен һанға алманың, Үҙеңһайлап батырың, Миңә табып бирмәнең. Бына килде батырҙар, Һине көтөп ятырҙар. Батырлығын һайлапмы, Матурлығын һайлапмы, Береһен үҙең алаһың, Үҙеңә юлдаш ҡылаһың, – Һиңә иптәш ир булыр, Минә һөйгән йәр булыр.

– Матур миңә дан булмаҫ,

Өҫтөмдә йөрөр йән булмаҫ.

Шаулап болот ҡалҡҡанда, Ҡойон-дауыл сыҡҡанда, Күктә ҡош та оса алыр, Ҡамғаҡ осһа, яр табып, Уҙа елдән баҫа алыр. Мин сапҡанда – ел ҡубыр, Таш та ятып түҙәлмәҫ, Һыу тулҡыныр-ҡайнашыр, Һыуҙа балыҡ йөҙәлмәҫ. Ҡаф тауына типһәм мин, Он-талҡандай ыуалыр, Тирә-яҡта йән булһа, Береһе ҡалмай ҡыйралыр. Эйәремдең ҡашында Булат-алмас ҡылысым – Күп йыл уны һуғарған Үҙ янында ҡояшым – Бөтә донъя ирерлек Утҡа һалһаң,– иремәҫ. Донъялағы бер нигә Йөҙө тейеп тупармаҫ, Етмеш батман ауырлыҡ Күтәреп күккә сөймәгән, Өс бармағы осонда Төшөрмәйсә тотмаған Кеше – батыр ир булмаҫ, Ҡылыс һелтәп сабалмас. Шундай батыр булмаһа, Миңә юлдаш булалмаҫ. Мин сапҡанда, ул батыр Миндә ултырып түҙәлмәҫ. Батыр булам тигән ир, Мине алам тигән ир, Көсөн шулай һынаһын, Унан мине менергә Баҙнат итеп ҡараһын, – Аҡбуҙ шулай тигән һуң, Бары эште белгән һуң, Тау битенә барғандар, Етмеш батман ауырлыҡ Бер ҙур ташты тапҡандар, Ҡуптарырға булғандар. Ай тартҡандар, ти, былар, Йыл тартҡандар, ти, былар, – Таш урындан ҡупмаған, Көс-хәлдәре етмәгән, Һомай Шүлгәнгә ҡарап: