– Алып ташла! – тигән, ти;
Шүлгән барып уҡталған,
Тирә-яҡлап һәрмәнгән,
Ҡутарырға серәнгән,
Көсөргәнеп маташҡан,
Көсөн һалып айҡашҡан.
Баҫҡан ерҙә тубыҡтан
Шүлгән ергә батҡан, ти.
Ай айҡашҡан, ти, Шүлгән,
Йыл айҡашҡан, ти, Шүлгән, –
Ташы һис ҡуҙғалмаған,
Шүлгән, сәсәп, алйыған,
Күтәрәлмәй, ташлаған,
Һомай Уралға ҡарап:
– Күтәреп ҡара! – тигән, ти.
Урал ташҡа барған, ти,
Ағаһы хурға ҡалғанға
Урал асыуланған, ти,
Йоҙороҡлап һуҡҡан, ти, –
Таш тәгәрәп киткән, ти.
Шунан алған ҡулына,
Ташты атҡан һауаға, –
Таш киткән, ти, атылып,
Күрер күҙҙән юғалып;
Барыһы күккә баҡҡан, ти,
Таш төшөрөн көткән, ти.
Иртә ине, төш булған,
Төш тә ауып, кис булған, –
Күктә тауыш шаулаған,
Таш килгәнде күргәнгә,
Төшһә, вайран булғанға,
Бөтә ҡош-ҡорт илаған.
– Зинһар, ергә төшмәһен, тип,
Илде харап итмәһен, – тип,
Барыһы ла Уралдан
Ялбарышып һораған,
Һыңар ҡулын һуҙған, ти, –
Урал ташты тотҡан, ти;
– Ҡайһы яҡта Әзрәҡә? –
Тип һорашып алған, ти;
Әзрәҡәнең иленә
Урал ташты атҡан, ти.
Бөтәһе лә ҡарашҡан,
Аптырашып уйлашҡан,
Ҡайҙа барып төшөр, тип,
Үҙ-араһы һөйләшкән.
Буҙ ат килеп, шунан һуң,
Уралға баш эйгән, ти,
Мин һинеке, батыр, тип,
Уға буйын биргән, ти.
Самрау батша шул саҡта
Үҙе килеп сыҡҡан, ти,
Уралға ҡул биргән, ти,
– Кейәүем бул, – тигән, ти.
Бөтә илде йыйғандар,
Былар ҙур туй ҡорғандар,
– Ил батыры бул һин, – тип,
Уралға дан биргәндәр.
Шүлгән быны күргән һуң,
Урал ҙур дан алған һуң,
Шүлгән быға түҙмәгән,
Эсенән бик һыҙланған.
Урал уны ҡыҙғанған.
Айһылыуҙы димләргә,
Шүлгәнгә уны бирергә
Һомай, Урал уйлашҡан,
Самрауға аңлатып,
Өсәү-ара һөйләшкән.
Айһылыуҙы ҡайтартып,
Тағы илде саҡыртып,
Айһылыуҙы бирергә,
Шүлгәнгә туй яһарға
Самрау ҙа күнгән, ти;
– Башҡарайыҡ был туйҙы,
Аман булыр,– тигән, ти.
Һомай туйы барғанда,
Уйын-көлкө булғанда,
Ер тетрәп киткән, ти,
Бары аптырап киткән, ти.
Төрлө уйға сумғандар,
– Был ни булыр? – тигәндәр.
Ҡараһалар: күк йөҙөн
Ҡып-ҡыҙыл ут алған, ти;
Барыһы да күккә ҡарап,
Аптырауға ҡалған, ти.
Һис кем быны аңламай,
Ни тип әйтергә белмәй,
Шулай алйып торғанда,
– Дейеү микән был? – тиеп,
Барыһы шомға ҡалғанда,
Күктән сыр-сыу, илаулап,
Ниҙер төшөп килә, ти,
Бары ҡарап тора, ти.
Ҡара көйгән ялҡынды,
Күктәге ут – тулҡынды
Тотоп алған, ти, Урал.
Ҡарағандар, ти, былар:
Айһылыу ҡыҙ булған, ти,
Ҡайтып килгән сағында
Ялҡын сырмап алған, ти,
Ут эсендә ҡалған, ти.
– һауаға таш атҡанын
Ҡарап торҙом күктә мин,
Ташты буйға атҡанын
Йәнә күрҙем күптән мин.
Ул таш дингеҙ ашаға,
Сорғап китте йыраҡҡа,
Әзрәҡәнең иленә
Барып төштө бер саҡта.
Ерҙе ярҙы уртаға,
Ялҡын сыҡты һауаға;
Ялҡын мине ялманы,
Һис тәҡәтем ҡалманы, –
Һушым китеп йығылдым.
Саҡ-саҡ йыйып һушымды,
Былай таба боролдом, –
Тигәндән һуң Айһылыу
Барыһы быға таң ҡалған;
– Әзрәҡәгә шау һалды –
Тип, Самрау бик шатланған.
Шүлгән быны белгән, ти,
Серене төшөнгән, ти:
Әзрәҡәнең Шүлгәнгә
– Ҡыҙым ул тип кәләшкә
Биргән ҡыҙы Айһылыу
Икәнен һиҙенгән, ти.
Дейеү ҡыҙым тигәне,
Үҙ ҡыҙым, тип биргәне
Барыһы ла буш икән, –
Тиеп Шүлгән уйлаған.