Выбрать главу

8-се бүлек. Уралдың Ҡатил батша ҡыҙынан тыуған Яйыҡ атлы, Гөлөстандан – Нөгөш, Һомайҙан – Иҙел атлы өс улы, Шүлгәндең Ай ҡыҙы Айһылыуҙан тыуған Һаҡмар атлы улы Уралға килгәне, оло батырға тоғро юлдаш булып, яуҙа таҫыллы ҡулдаш булып, яуыз йәндәрҙе еңгәне; Урал менән Шүлгәндең яҫҡышып алышҡаны

Урал күп йыл һуғышҡан, Күп дейеүҙәрҙе ҡырған, Күп тау барлыҡҡа килгән; Урал яуға сыҡҡанда Яңы тыуған балалар Ат менерҙәй ир булған. Урал барған ер буйлап, Һыҙылып ятҡан тау буйлап Яҡшы толпар атланған, Яу батырҙай ҡораллы Дүрт йәш батыр килгән, ти; Улар артынса дүртәү Ҡалышмайсы елгән, ти, Килеп сәләм биргән, ти. Беренсеһе:

– Ҡатил батша ҡыҙынан

Һинән тыуған улыңмын; Һигеҙ йәштә ат мендем, Ил аралап күп йөрөнөм, Ҡыуам һинең юлыңды, ти. Бер ерҙә бер ҡан күрҙем – Үҙе ергә һеңмәйҙер, Үҙен ҡоҙғон эсмәйҙер; Йыртҡыс, ҡоҙғон йыйылып, Көн дә килеп еҫкәйҙер. Әсәмә ҡайтып һөйләнем, Бар серене һораным; Әсәм миңә әйтмәне, Ултырып үкһеп иланы, Ни әйтергә белмәнем, Аптыраным-алъяным, Серенә төшөнмәнем. Ил аралап күп йөрөнөм, Күп кешеләрҙе күрҙем, Йәшен-ҡартын осраттым, Ҡан турында һораштым. Береһе асыҡ әйтмәне, Былай тиеп һөйләне:

– Атаң беҙгә тәңреләй

Ярҙам итте, балаҡай, Атаң хаҡын һаҡлайбыҙ, Әсәң хәтерен ҡаҡмайбыҙ, Һин – атаңдан ҡот йыйған, Һин – әсәңдән һөт имгән, Уларға уртаҡ бала һин, Беҙгә дана бала һин. Әсәңдән үтеп, балаға Уртаҡ серен әйтмәбеҙ: Атаң ҡәҙере хаҡына Әсәңә ант иткәнбеҙ. Бар, балаҡай, ҡайт, бала, Әсәңдән һорап күр, дана, Әсәң әйтһә бар серен, Үҙең уйлап бел, бала, – Тигәс, ҡайттым өйөмә, Тағы баҡтым әсәмә, Әсәм һис тә әйтмәне, Минән серен йәлләне. Мин ултырып иланым,– Ул һаман да әйтмәне, Урын һалып ятҡырҙы, Йоҡлатырға бәпләне. Мин дә һүҙен тыңланым, Мин йоҡлаған булайым, Ни һөйләр тип уйланым. Мине йоҡлай типмелер, Әллә онотопмолор,– Әсәм үкһеп иланы, Башын баҫып уйланды, Ошолай тип һөйләнде:

– Уралым китте – юғалды,

Ҡабат ҡайтып килмәйҙер; Улы етте – ат менде, Уны атаһы белмәйҙер. Атаһындай тыуғандыр, Йөрәге ҡуш булғандыр. Яуыз атам ҡандары Әле шиңмәй яталыр, Бала, күреп ҡайта ла, Һорашып ҡаңғырталыр. Инде нисек итәйем, Әйтмәй нисек түҙәйем? Әйтһәм, серҙе белер ул, Атаһыны эҙләр ул, Башын ситкә аҙҙырыр, Мине яңғыҙ ҡалдырыр,– Тип, әсәйем зарланғас, Мин дә торҙом, таң атҡас. Ҡан янына барҙым мин, Ҡанды урап йөрөнөм мин:

– Әй, һеҙ ҡандар – ҡан икән,

Атам ҡойған ҡан икән; Атам Урал тигәнгә, Яу асҡандар һеҙ икән, Батыр ҡулы тейгәнгә Һыуынмаймы ҡанығыҙ, Шуға тынмаймы йәнегеҙ? Ҡанығыҙ бысраҡ булғанға, Ҡоҙғон да эсмәй, ер йотмай, Күпсеп ята ҡанығыҙ, Йонсоп ята йәнегеҙ, – Тигән һүҙем әйткәйнем, Ҡанлы был күл ҡайнаны; Ҡан күленән ситтәрәк Бер аҡ ташҡа сәсрәгәс, Ҡан ҡыймылдай башланы, Серҙе һөйләп ташланы: