Выбрать главу

– Оло бабаң Ҡатилдың

Ҡоллап алған дүрт батыр, Бабаң ҡушҡас, яу астыҡ, Яуыз ҡанға олғаштыҡ. Ер ҙә эсмәй ҡаныбыҙ, Көн киптермәй ҡаныбыҙ, Ҡоҙғондарҙы һорайбыҙ, Улар ҙа эсмәй ҡаныбыҙ, Өҙгөләнә йәнебеҙ. Урал атаңа бар әле, Беҙҙең зарҙы әйт әле: Сара тапһын, терелтһен, Уҙенә юлдаш булырлыҡ Яуға сабыр ир итһен, – Тигәс, серҙе белдем мин, Әсәмә һөйләп бирҙем мин. Әсәм уйлап торҙо ла, Тауға ҡарай барҙы ла, Ҡоҙғондарҙы йыйҙы ла, Бер ҡоҙғондо оҙатты, Һәр көн сығып күҙәтте. Бер талай көн уҙғас та, Ҡоҙғоно килде шау менән, Ауыҙы тулы һыу менән. Әсәм ҡанға төкөрттө, – Барыһын да терелтте. Дүрт батырға ҡарата:

– Атамда хур булһағыҙ,

Унан этлек күрһәгеҙ, Уралға дуҫ булһағыҙ, Атайымдың дуҫтарын Донъянан юҡ итегеҙ; Улым менән Уралды Эҙләп бергә китегеҙ, Барып сәләм әйтегеҙ. Дүрт батырҙы эйәртеп,

– Атам – Урал икән, тип,

Урал улы – Яйыҡ, тип, Һиңә юлдаш булайыҡ, тип, Алыҫтан эҙләп килдем мин, Һиңә ярҙам итергә Билем биштән быуҙым мин, Һинең юлды ҡыуҙым мин. Икенсеһе:

– Минең әсәм – Гөлөстан,

Мин алтыға еткәндә, Йылан, Шүлгән ҡабатлап Илде талай килгәндә, Бар кешенең ҡото осоп, Илдән ҡасып киткәндә, Әсәм һине уйлаған, Шул ҡайғынан ҡалғыған. Аяғына баҫалмай, Урынында ятҡанда, Илдә йылан яу аҫты, Бөтә ерҙе һыу баҫты. Балаһына, ҡартына Ҡайыҡ яһап барыһына. Барын тейәп ҡайыҡҡа, Яңғыҙ үҙем яу астым. Яуҙа илде бирмәгәс, Һыуҙа берәү батмағас, Үҙем йәш бер балалай Күҙҙәренә сағылғас, Зәрҡум килеп туҡталды, Ҡылыс алып уҡталды. Мин да ҡарап торманым, Балаһынып ҡалманым: Ҡылыс алып айҡаштым, Уға һис көс бирмәнем, Ул һуҡҡанда йығылмай, Батырҙарҙай сайҡаштым. Зәрҡум бик ужарланғас, Уны яҡлап дейеүҙәр Тағы өҫтәлеп уҡталғас, Унда ла көс бирмәнем, Дейеүен да, Зәрҡумды ла Быуын-быуын тураным. Хәлһеҙләнгән көйө тороп, Әсәм килеп ҡул һалды, Йәшләндереп күҙҙәрен Былай тиеп һөйләнде:

– Атаң – Урал батырым,

Унан тыуған Нөгөшөм, Батыр булып тыуғанһың, Атаңа ҡулдаш булғанһың. Мен толпарға һин, балам, Атаңа юлдаш бул, балам! – Тиеп әсәм, һөйҙө лә, Толпар тотоп бирҙе лә, Миңә юлды өйрәтте, Мине яуға оҙатты. Өсөнсөһө:

– Минең әсәм – Һомайҙыр,

Көндә күккә менә лә, Нимәнелер тыңлайҙыр.

– Ай Уралым, нишләйһең?

Мин янамын – белмәйһең; Дейеү-ендәр тупланды, Бары бергә йопланды, – Ил ҡаплаған диңгеҙҙе Нисек йөҙөп сығырһың? Ҡан дулаған дейеүҙе Нисек еңеп сығырһың? – Тип, аһ ороп ялбарҙы, Үҙ алдына зарланды. Миңә текләп торҙо ла, Бер көрһөнөп алды ла:

– Һай, иртәрәк тыуһаңсы,

Ат менерлек булһаңсы, Күп йыл яуҙа йонсоған Атаңа терәк булһаңсы, – Тиеп мине бәпләйҙер, Үҙе һыҡтап илайҙыр; Мине бала типмелер, Бер ҙә серен әйтмәйҙер. Төндә икәү ята инек, Берәү ишеккә һуҡты, Ишек селпәрәмә килде, – Өйгә бер дейеү керҙе, Әсәйемә ҡул һуҙҙы.

– Илгә ҡыран һалғандың,

Илде тар-мар ҡылғандың, Таш аттырып ҡая тауға, Дейеүгә ут һалғандың Йән һөйгәне Һомаймы? Уралға Буҙат биреп, Тау ярҙырған Һомаймы? Булат ҡылыс тоттороп, Бар дейеүҙе ҡырҙырып, Байман тапҡан Һомаймы? Әйт тиҙерәк, шулаймы? Хәҙер башың киҫәмен, Кисеп ҡаның эсәмен; Кәүҙәң утҡа атамын, Башың ташлап Уралға, Уны һалып ҡайғыға Ярты көсөн аламын, – Тип, әсәмә уҡталды. Мине күргәс, туҡталды: