Выбрать главу

– Йәштән яуыз үҫтең һин,

Урлап ҡан да эстең һин – Атам һүҙен тотманың, Яуызлыҡҡа ыҡланың, Яҡшылыҡты ташланың. Ҡанда йөҙҙөң яуың менән, Ил ҡапланың һыуын менән Ил үртәнең утың менән. Дейеүҙәрҙе дуҫ иттең, Кешеләрҙе үс иттең; Яуызлығың ат иттең, Йөрәгеңде таш иттең, Атам йөҙөн ят иттең, Әсәм һөтөн ыу иттең. Юлда юлдаш булдым мин, Яуҙа ҡулдаш тинем мин; Ҡыҙ һайланың – буй ҡуйҙым, Ат һайланың – яй ҡуйҙым; Дан эҙләргә теләнең – Теләгеңә юл ҡуйҙым. Ҡулыңа таяҡ тотторҙом, – Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң, Ҡан ҡойорға ынтылдың; Илде утта ҡалдырҙың, Күпте һыуға батырҙың, Дейеүҙәргә алданып, Кеше ҡаны түктерҙең, Һөттәй таҙа берәүҙең – Күҙ ҡаралай икәүҙең Берен димләп бирҙерҙем, Йөрәген аҡ булыр, тип, Һине маҡтап һөйҙөрҙөм, Һин һүҙеңдә торманың, Яҡшыға юл борманың, Атам һүҙен тотманың, Әсәм һүҙе йоҡманы. Бөтә илде һыу иттең, Кеше ҡанын ҡойорға Дейеүҙәрҙе өҫкөттөң; Ер өҫтөн дә эркеттең, Тигеҙ ятҡан ер йөҙөн Онҡар-шоңҡар иттерҙең. Яманлыҡты яҡшылыҡ Еңгәнен хәҙер белдеңме? Кешеләрҙең донъяла Өҫтөнлөгөн күрҙеңме? Инде бөтә дейеүең Йәнлеккә төйәк тау булыр, Ҡәһҡәһәнең яуҙары – Аяҡһыҙ ҡалған яу булыр. Ер үбеп ант итмәһәң, Кеше алдында баш эйеп, Аҡ һүҙеңде бирмәһәң, Кешеләрҙең күҙ йәшен Үҙ өҫтөңә алмаһаң, Атам менән күрешкәндә,

– Ғәйеплемен, – тимәһәң, –

Башын сарҙай сорғотоп, Он-талҡандай итермен; Күбәләктәй йәнеңде Төнгө томан ҡылырмын; Ҡаныңа буяп кәүҙәңде, Әзрәҡәнән бар булған, Ямантау тип аталған Тауға илтеп күмермен. Башыңа йән килмәҫтәй, Килеп хәлең белмәҫтәй, Яҡшылап телгә алмаҫтай, Бер үлән-зат үҫмәҫтәй, Бите көнгә ярылған, Ҡасҡан-боҫҡан йыланға, Яуыз уйлы бөркөткә, Ҡан көҫәгән ҡоҙғонға Ҡунып, йәнлек аңдырға Яуыз тағы булырҙай Ҡара ҡая итермен, – Тигән һүҙен Уралдың Шүлгән тыңлап торған да, Урал ҡуймаҫ, үлтерер, – Тип, йөрәге ҡурыҡҡан да:

– Үҙ тылсымым яһаған

Диңгеҙемдең ҡалдығы, Уҫаллығым шомлоғо Күлдән битем йыуайым; Һис яуызлыҡ ҡылмаҫҡа, Йоланан баш тартмаҫҡа, Һинең менән берлектә, Кешеләр менән дуҫлыҡта Ил батыры булырға, Илдә тыныс ҡалырға, Урал, юлың үбәйем; Ысын туған булайым, Бергә торлаҡ ҡорайым, Атам-әсәм күрәйем, Уларға һүҙ бирәйем.

– Ҡандан үҫкән бит итең

Күлдә йыуып таҙармаҫ, Ҡанһыраған йөрәгең Яҡшылыҡҡа баҫалмаҫ; Ҡанда йөҙөп, ут йотҡан Кеше һине ишкә алмаҫ; Кешегә асыу тарҡыған, Ҡәһәрҙә таштай ҡатырған, Яҡшыға ҡаршы ут булған, Бәғерлектең тоҡомо Тыумыштан уҡ юҡ булған Һинең ыулы йөрәгең, Таш иреһә лә, иремәҫ, Якшылыҡты тиңһенмәҫ, Кешеләрҙе ишһенмәҫ. Кешеләрҙе һөйһәң һин, Бергә йәшәп, ил ҡороп, Батыр булам, тиһәң һин, Кешеләргә дошманды Үҙеңә ҡаршы яу һана, Дошман ҡанын күл итеп, Битен йыуыр һыу һана. Кешеләргә яу асып, Буштан-бушҡа ҡан ҡойоп, Яуызлыҡты дан һанап, Яҡшылыҡты хур яһап, Олпатланып, маһайып, Кәперәйгән тәнеңде, Ҡарайып бөткән ҡаныңды, – Үткәнеңде уйлатып, Йөрәгеңде һыҙлатып, Тәнең һыҙлап ҡағайһын, Йәнең һыҙлап ағарһын, Йөрәгендәге ҡара ҡан Кибеп, ҡабат ҡыҙарһын, – Шунда кеше булырһың, Илдә бергә ҡалырһың, Яуҙа батыр булырһың, – Урал шулай тигән һуң, Шүлгән ҡабат һораған, Үҙ теләген һөйләгән: