Выбрать главу

– Һыбай йөрөгән арыҫланым

Ике һөрөнөп абынды, Ике тапҡыр һуғылды, Тәнендә ҡандар күренде, Күҙенә уттар сағылды, – Аяғыма йығылды. Өсөнсө тапҡыр һөрөндө – Миңә ҡарап үкенде, Ҡабат инде һөрөнмәм, Тип, арыҫланым елкенде. Мин да ҡабат һуҡманым, Телем менән һүкмәнем. Ағаң булған Шүлгән дә Ике тапҡыр юғалды, Һөрөнгән арыҫландай, Күңелеңә шом һалды. Өсөнсөгә – китәйем, Дейеүҙе тар-мар итәйем; Ҡара йөҙөм йыуайым, Аҡ йөҙ менән алдыңа Килеп, ерҙе үбәйем, Кешеләргә иш булып, Бергә торлаҡ ҡорайым. [Урал тынламаҡ булған, Һуңғы ҡат һынамаҡ булған:]

– Намыҫ тапар ир булһа,

Өмөтө булмаҫ көнөнән; Ил быуынын һанаған Көнөн айырмаҫ төнөнән: Йыртҡыс булған йәндәргә Ҡара төнө көн булыр, Күҙе ҡалғыр байғошто Төндә аулап, шат булыр. Кешеләргә төн ине, Һиңә яҡты көн ине. Ҡалғып торған кешене Ҡырып, ҙур дан дауланың, Кешегә дошман дейеүҙе Үҙеңә дуҫ һайланың; Кешенең ҡара төнөндә Айы ҡалҡыр тимәнең, Айы батһа, таң атып, Көн балҡырын белмәнең. Инде күрҙек күҙ менән Кешегә көн килгәнен, Дейеүең менән үҙеңә Ҡара төндөң килгәнен; Дейеү йөҙгән диңгеҙҙең Ергә әйләнеп ҡалғанын, Әзрәҡә тигән батшаңдың Ҡаялы тау булғанын; Уҫал да менән аҡ ҡыҙҙан Һаҡмар батыр тыуғанын; Йылан ейгән ирҙәрҙең, Унда бикле ҡыҙҙарҙың Көләс йөҙлө булғанын, Алдыңа килеп тыуғанын Инде күреп, ышанһаң; Кешегә ҡаршы сайҡашып, Яуызлыҡтан яу асып, Мәңге еңәлмәҫеңде, Бер туҡталып уйлаһаң, Уҫаллығыңа баш булып, Кешелекте һайлаһаң, Үҙ арыҫланың һүҙенән Өлгө алырлыҡ булһаң, – Мин дә бер юл ҡуяйым, Һинән яҡшылыҡ көтәйем. Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым, Теләгеңде бирәйем.

9-сы бүлек. Үлем күрә алмай ҡаңғырған ҡарттың әйткәне; Уралдың Йәншишмәне уртлағаны, тамсыһын да йотмағаны, тирә-яҡҡа һипкәне – ер йәнләнеп киткәне

Шүлгәнде шулай оҙатҡас, Урал халыҡты йыйҙыртҡан да:

– Күҙгә күренер Үлемде

Илдән ҡыуып юҡ иттек, Ҡан эсеүсе дейеүҙең Барын ҡырып тау иттек. Йәншишмәнең бар һыуын Һоҫоп алып киләйек. Бар кешегә бирәйек. Күҙгә күренмәҫ Үлемдән – Килер ауырыу-сырхауҙан, Ауыртыныу-һызлауҙан Кешеләрҙе ҡотҡарып, Барыһыны шат ҡылып, Мәңге үлмәҫ ҡылайыҡ,– Тип, Урал һүҙ асҡанда, Аһ-ваһ итеп зарланып, Үлем саҡырып-ялбарып, Бар һөйәге ҡаҡшаған, Тәнендә ит ҡалмаған, Ата-әсә, берен дә Кем булғанын белмәгән Бер ҡарт килеп еткән, ти, Ошо һүҙен әйткән, ти:

– Бик күп быуын күрҙем мин,

Бик күп ерҙә булдым мин, Һис нәмәне тоймаған, Бер нәмәнән ҡурҡмаған, Бала – атаһын белмәгән, Ата – балам тимәгән Осорҙо ла күрҙем мин; Кешеләр бергә тупланып, Үҙ-араһы йопланып, Көслө ырыуҙар көсһөҙҙө Талауын да күрҙем мин; Йылан, дейеү, батшалар, Кеше затын эҙәрләп, Тапҡан ерҙә берәмләп Ашап башын үҫтереп, Ҡайныһын ҡол иттереп, Ил өҫтөндә түш киреп, Кешеләрҙе буҫығытып, Ҡан илатҡан осорҙа Егет тә булып үҫтем мин. Үлемде лә белмәнем, Етемде лә күрмәнем, Дейеү илде ҡаплағас, Йылан күпте ялмағас, Үлем күҙгә сағылғас,

– Миңә лә көн килер, тип;

Минең ҡулдан килмәһә, Илгә бер ир тыуыр, тип; Дейеүҙәр менән йыланға Бер көн ҡыраң һалыр, тип, Кешеләрҙең шул көндө Шатлыҡ туйы булыр, тип, Һыҡтап йөрәге һыҙған, Ҡан илап күҙе тонған Кешеләрем йылмайып, Рәхәт һулыш алыр, тип, Ерҙә байман ҡорор, – тип, – Шуны өҙөлөп көттөм мин. Үлемгә йән бирмәҫкә, Туйҙан тороп ҡалмаҫҡа, Йәншишмәнән эстем мин. Үлем күп саҡ осраны, Өҫкә ҡандар сәсрәне, Үңәсемдән күп алды, Боғаҙға бысаҡ күп һалды, Ҡандарымды арҡытты, Һөйәгемде ҡыйратты, – Шунда ла буй бирмәнем,