Выбрать главу

– Ирем, хуш бул! – тиһендәр.

Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ! – Тигән һүҙҙе әйткән дә, Урал батыр үлгән, ти. Ҡайғырышып, барыһы Башын түбән эйгән, ти; Күктән йондоҙ атылып, Һомайға оран биргән, ти. Һомай, ҡош тунын кейеп, Шундуҡ осоп килгән, ти, Үле ятҡан Уралдың Ауыҙынан үпкән, ти.

– Ай Уралым, Уралым,

Йәнеңә килеп етмәнем, Аҙаҡ һүҙен ишетеп, Күңелемде баҫманым, Һиңә йәшләй осорап, Шатлығымдан ҡыҙ булып, Ҡош тунымды һалғайным; Яуыздарға яу асып, Яҡшылыҡҡа юл асып, Аҡбуҙатҡа менгәнгә, Булат ҡылыс тотҡанға Иң бәхетле бер булып, Мин оҙатып ҡалғайным. Йәнеңә килеп етмәнем, Ауыҙымдан үпмәнең, Ни әйтерең белмәнем, Инде хәҙер нишләйем? – Ни әйтергә белмәйем. Ҡыҙ булып, кемгә ҡарайым? Һомай исемем ҡалһа ла, Кешеләр ҡыҙ тиһә лә, Ҡош тунымды һалмайым, Ситтәр күҙен алырлыҡ Ҡабат һылыу булмайым, Һиндәй батыр табалмам, Батырға әсә булалмам, Аҡбуҙатың, булатҡа Батыр һайлап бирәлмәм, Ҡош көйөмә ҡалырмын, Тыу йомортҡа һалырмын; Балам булһа, ҡош булыр, Һинең керһеҙ уйыңдан Төҫө булһа, аҡ булыр. Инде нисек итәйем? Үҙең сапҡан юлыңа, Һыҙылып килгән тауыңа Гүрен ҡаҙып күмәйем, Изге теләк теләйем. Үҙең сапҡан зур юлың Билен һис һыу ҡырҡалмаҫ. Һинән ҡалған зур тауың Үҙ ҡуйынына алыр ул, Һинең менән берлектә Мәңге ерҙә ҡалыр ул. Өҫтөн астың диңгеҙҙең, Өҫтөндә батыр булдың һин, Буйына ил ҡорҙоң һин; Ҙур тауыңдың ҡуйынында Илгә затлы булырҙай, Кешегә татлы булырҙай, Йәндәй һанап йөрөрҙәй Тағы ла затлы булырһың, Юғалмаҫ алтын булырҙай, Кешегә данлы һаналып, Донъяға батыр булырһың, – Тигән һүҙен әйткән дә, Уралды тауға күмгән, ти, Һомай осоп киткән, ти, Илдән ғәйеп булған, ти; Урал юлы – бейек тау, Урал гүре – данлы тау – Урал булып ҡалған, ти. Байтаҡ йылдар уҙған һуң, Һомай Уралын һағынған: Уның юлы буйынан Осоп йөрөп, талпынған, Тауға килеп, ҡаяла Уралды уйлап, моң сәскән, Аҡҡош булып түл йәйеп, Аҡҡош тыуын үрсеткән. Быны бары белгән, ти, Һомай тоҡомо ҡоштар, тип, Бер туғандай күрешеп, Ау аулауҙан тыйышып, Аҡҡош тотоп еймәҫкә, тип, Үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, – Аҡҡош үрсеп киткән, ти; Аҡҡош ите кешегә Шуға харам икән, ти. Һомай түҙмәй осҡан, ти, Бер килгән, ти, киткән, ти; Тыныс ил, тип, берәмләп, Ҡош-ҡорттарҙы эйәртеп, Үҙ артынан эркелтеп, Тағы Уралға килгән, ти; Шуға эйәреп Уралда Ҡош-ҡорт, йәнлек тулған, ти. Ҡоштар киткәнен белгәс, Тыныс ил тип ишеткәс, Ҡатил үгеҙе, тоҡомон Үҙе башлап эйәртеп, Данлы Урал буйында, Йәмле Урал ҡуйынында Бергә ғүмер һөрәм, тип, Урал буйына килгән, ти, Кешегә буй биргән, ти. Аҡбуҙат та ил гиҙеп, Йылҡы тоҡомон йыйып, Бар йылҡыға баш булып, Барын алып килгән, ти. Кешеләргә ылығып, Менәренә ат булып, Йылҡы ла түлләп киткән, ти. Ай, көн һайын Уралға Төрлө йәнлек тулған, ти, Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар Килеү көнө кешегә Ай, йыл һанап белеүгә Исем булып киткән, ти. Урал батыр улгән һуң, Гүрендә ерһеп бөткән һуң, Гүре балҡып торған, ти, Быны күргән кешеләр Йыйылышып барған, ти, Бер ус тупраҡ алған, ти, Бары данлап һалған, ти, Бара-бара ул ерҙә Алтын булып киткән, ти. Ҡош-ҡорт, йәнлек күбәйгәс, Шишмә һыуы етмәгәс, Күлдән ҡурҡып әсмәгәс, Иҙел батыр, Яйыҡҡа, Нөгөш батыр, Һаҡмарға Халыҡ йыйылып килгән, ти,