Выбрать главу

– Үлемдән ҡурҡыр йән булһа,

Ҡотолорға юл эҙләр, Түл йәйергә уйлаһа, Илде гиҙеп яй эҙләр, Һайыҫҡан әйткән һүҙҙәрҙе Юлбарыҫ та, ҡаплан да, Бүре, бурһыҡ, арыҫлан да, Типкес-өҙгөс ҡоштар ҙа, Ҡарпыр балыҡ – суртан да, – Бөтә йыртҡыс хуп күргән. Үлән емшәр хайуандар, Торна, өйрәк, ҡыр ҡаҙҙар, Туғаҙаҡ менән сел, ҡорҙар Бала сығарып, түл йәйеп, Балалары ҡош булып, Үҙ алдына осҡансы, Йәй миҙгеле уҙғансы, Шыр урманлыҡ эҙләргә, Байманлыҡта түлләргә, – Тип барыһы уйлаған. Ҡоралайы, боланы, Ҡыҙыл сикә ҡуяны, Аяғына маһайып, Бер ауыҙ һүҙ әйтмәгән. Турғай, майсыл, сыйырсыҡ, Сәүкә, ҡарға, буҙ сәпсек, Мыр-мазарҙы ашағас, Һүҙ әйтергә оялған. Кәкүк тағы: – Оям юҡ, Балам тигән ҡайғым юҡ: Бала – бауырым, тигәндәр, Бала өсөн көйгәндәр Ни теләһә, – миңә шул, – Тип, уртаға һалған, ти. Барыһы төрлөсә һөйләп, Төрлөһө төрлө уйлап, Һис берлеккә килмәйсе, Ҡырҡа бер уй әйтмәйсе, Тарҡалышта ҡалған, ти… Ҡарт бынан һуң һиҫкәнгән. Яңғыҙ ауға сығырға Бынан ары шикләнгән. Берҙән-бер көн дүртәүләп, Былар ауға киткән, ти, Күп ерҙәрҙе үткән, ти; Күп йән алып, шатланып, Ауҙан былар ҡайтҡан, ти. Аулап алған ҡоштарҙың Араһында бер аҡҡош, Аяҡтарын бәйләгәс, Башын ҡырҡып ташларға Бабай бысаҡ ҡайрағас, Ҡанлы йәшен түккән, ти, Үҙ зарыны әйткән, ти:

– Ил күрергә сыҡтым мин,

Ер ҡошонан түгелмен, – Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен. Ерҙә һис кем тыумаҫтан, Берәү аяҡ баҫмаҫтан, Ҡуш булырға йәр эҙләп, Ерҙә һис кем тапмағас, Бүтән йәндән һайларға Берәүһен тиң күрмәгәс, – Күккә осоп йәр эҙләп, Айҙы, Ҡояшты күҙләп, Үҙенә йәр һайлаған, Икеһен дә арбаған, Бар ҡоштарға баш булған, Самрау атлы атам бар. Ике балаһы булған, Балаһы ла, үҙе лә Һис ауырыу күрмәгән, Һис берәүһе үлмәгән. Әле лә батша атайым, Ебәрегеҙ һеҙ мине, Үҙ илемә ҡайтайым. Мине бүлеп ашап та, Сәйнәп мине йотоп та, Барыбер аш булып һеңмәмен; Һис аш булып һеңмәмен; Йәншишмәнән һыу алып, Әсәм тәнем йыуҙырған. Үҙ нурына һуғарған Барығыҙға билдәле Ҡояш тигән әсәм бар. Ебәрегеҙ һеҙ мине, Атам барыбер табыр ул, Килеп яулап алыр ул. Самрау тигән батшаның Һомай тигән ҡыҙымын; Алтын сәсем тарҡаһам, Нурға илде күмәмен: Көндөҙ ергә нур һибәм, Кисен айға нур бирәм; Ебәрегеҙ һеҙ мине, Илемә мин ҡайтайым; Йәншишмәнең һыу юлын Һеҙгә әйтеп китәйем, – тигән һүҙҙе ишеткәс, Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ улдарына кәңәш иткәндәр. Шүлгән Һомай ҡошто ашау яғында,Урал ҡотҡарыу яғында булып, ыҙғыш киткән. Урал ҡошто Шүлгәнгә бирмәй тартып алған да ситкәрәк илтеп ҡуйған. – Ҡайғырма, хәҙер тамаҡланам да үҙеңде ата-әсәңә илтеп тапшырам! тип, аталары янына килеп ултырған. Былар ашарға ултырғас,ҡош һау ҡанатын һелеккән, – өс ҡауырһыны төшкән. Шуларҙы һынған ҡанатынан сыҡҡан ҡанға буяп, ергә ташлаған икән, – өс аҡҡош килеп, ҡыҙҙы күтәреп алып киткән. Йәнбирҙе ҡарттар Йәншишмәнең юлын һораша алмай ҡалыуҙарына үкенгән. Ҡарт шунда уҡ Шүлгән менән Уралға, ҡоштар ҡарап осҡан яҡҡа табан күҙ яҙмай китергә, арттарынан күҙәтеп барып, Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда Үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡушҡан. Ике улын ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти.