Выбрать главу

– Бындай тинтәк һайлама,

Күҙең юҡҡа талдырып, Юҡ кешегә ҡарама, Ҡайтсы, ҡыҙым, ҡайт, әйҙә, Һарайыңа кит әйҙә, – Тип ҡыҙына әйткән, ти.

– Ҡорбандарҙы тотмағыҙ,

Ҡыҙын һыуға һалығыҙ, Ирен утҡа атығыҙ. Был егетте бығаулап, Минең янға оҙатығыҙ, – тип, Дүрт батырға ҡушҡан, ти. Үҙе, тәхеткә ултырып, Башҡарыуҙы көткән, ти. Ярандары ҡыҙҙарҙы, Ҡулы бәйле ирҙәрҙе, – Ҡыҙын һыуға ташларға, Ирен утҡа тапшларға Ҡуҙғалыша башлағас, Халыҡ сыр-сыу илашҡас, Урал ырғып сыҡҡан, ти, Ошо һүҙен әйткән, ти:

– Мин күренмәҫ Үлемде

Юҡ итергә сыҡҡанмын; Ҡан ҡойоусы батшанан, Кеше ашар дейеүҙән Бар кешене ҡотҡарыу, Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү Өсөн тыуған батырмын! Халыҡ илап торғанын Күҙ алдында күргәндә, Йәнде алыр яуыз Үлем Кешегә ҡулын һалғанда, Ирмен тигән ир-батыр Шып-шым ҡарап торормо? Яуыздарға юл ҡуйып, Батыр ҡурҡып ҡалырмы? Кит, ярандар, артабан, Төш, ҙур батша, арбанан, Ҡолдар ҡулын сисегеҙ, Ҡыҙҙар ҡулын сисегеҙ! Батша быны ишеткәс, Ҡыҙарынған, бүртенгән, Ҡысҡырынған, екергән, Батырҙарына ҡарап:

– Үлем эҙләп йөрөһә,

Ҡанға һыуһап тилмерһә, Күрһәтегеҙ Үлемде, Танытығыҙ илемде! – тип, Ҡаты фарман биргән, ти. Тәне йөнтәҫ айыуҙай, Үҙҙәре ҙур дейеүҙәй Дүрт батыры килгән, ти,

– Алыштанмы, тартыштанмы? –

Һайла берҙе!, – тигән, ти.

– Әрәм булып ҡуймағыҙ,

Тәүҙә шуны уйлағыҙ. Үҙегеҙҙән көслөрәк Берәй хайуан һайлағыҙ, Тигәс, былар яман көлгән, ти.

– Ай-һай батыр икәнһен! –

Тип, батша ла, бары ла Мыҫҡыл итеп ҡуйған, ти. Ҡатил батша асыуҙан Ни әйтергә белмәйсе, Уйлап-нитеп тормайсы:

– Ҡанһыраған икән был,

Йәнһерәгән икән был, – Һарайымды күтәргән Үгеҙемде килтерең: Үгеҙ ҡылыр ҡылыҡты, Һеҙ батырҙар, тик тороң, – Тигән һүҙҙе ишеткәс, Бары халыҡ ҡурҡҡан, ти. Уралды бик ҡыҙғанып, Әрәм була егет, – тип, Халыҡ күҙ йәш түккән, ти. Атаһына ялбарып, Ҡыҙы ла килеп еткән, ти:

– Атаҡайым, ҡуйсәле,

Юҡҡа әрәм итмәле!

– Кейәү һайла үҙең, – тип

Миңә биргән һүҙең бар. Был егетте һайланым,

– Кейәүем, тип уйланым,

Һөйләшергә егеттең Һис яйына ҡуйманың. Атаҡайым, ҡуйсәле, Юҡҡа әрәм итмәле! – Тиеп ҡыҙы әйтһә лә, Ҡанлы йәшен түкһә лә, Ҡыҙы һүҙен алмаған, Ҡыҙ яйына ҡуймаған. Ерҙе тырнап, үкереп, Шылағайын ағыҙып, Тауҙай үгеҙ килгән, ти. Урал алдына килеп, Баҫып ҡарап торған да, Муйынын аҙыраҡ борған да:

– Егет, ергә атмамын,

Сереп, туҙан булғансы, Елгә осоп туҙғансы, Мөгөҙөмдө һаҡлармын, Һине шулай ҡаҡлармын! Тип Уралға әйткән, ти.

– Мин дә әрәм итергә,

Үгеҙ, һине тырышмам, Яфаланып, көс түгеп, Һинең менән сайҡашмам. Донъяла һин кешенән Көслө юғын танырһың, – Үгеҙ түгел, тоҡомоң менән Кешегә ҡол булырһың, – Тигән һүҙгә был үгеҙ Асыуланып ынтылған, Мөгөҙөнә алырға Уралға ул уҡталған. Урал батыр үгеҙҙе Мөгөҙөнән алған, ти. Тырышҡан, ти, үгеҙ ҙә, Тырмашҡан, ти, үгеҙ ҙә, Ышанһа ла мөгөҙгә, Ысҡыналмай Уралдан, Тубығынан батҡан, ти; Көсөргәнеп тырышҡас, Ауыҙынан үгеҙҙен Ҡап-ҡара ҡан аҡҡан, ти; Өҫкө теше төшкән, ти, Үгеҙ хәлһеҙләнгән, ти, Сәсәп, әлһерәгән, ти. Быны күреп Ҡатил да, Ярандары ла, бары ла Аптырауға ҡалған, ти. Урал һүҙенән китмәгән, Үгеҙҙе әрәм итмәгән, Шаҡарып ике мөгөҙҙө, Батҡан ерҙән үгеҙҙе Күтәреп алып ҡуйған, ти. Үгеҙҙең дүрт тояғы Урталайға ярылып, Араһына ҡом тулып, Һырҙай ҡанға туҙған, ти. Урал: